2025 йылда Мәсетле районы прокуратураһы 592 ҡануниәт боҙоу осрағын асыҡланы. Уларҙы бөтөрөү маҡсатында ойошмаларҙың һәм урындағы үҙидара органдарының законһыҙ локаль һәм норматив акттарына 102 протест килтерелде, судҡа ҡануниәт боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында ун дәғүә ғаризаһы ебәрелде, шул иҫәптән бер миллион һумдан ашыу матди зыянды түләтеүгә бәйле, улар ҡаралды һәм үтәлде. Ойошмалар, органдар һәм учреждениелар етәкселәренә 248 күрһәтмә бирелде, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса 253 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Район прокуратураһы ҡарарҙары буйынса 75 ғәйепле кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, уларға 300 мең һумдан ашыу административ штраф һалынды.
Былтыр район прокуратураһы ауыл хужалығы производство кооперативында эш хаҡы түләүгә бәйле хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау буйынса саралар күрҙе. Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү мөмкинлеге була тороп та кооператив етәксеһенең ошо бурысты түләүҙән ситләшеүе, хеҙмәткәрҙәргә 191397,05 һум күләмендә эш хаҡы түләнмәүе асыҡланды. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса кооператив етәксеһе Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.27-се статьяһының 6-сы өлөшөнә ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, уға 10 мең һум күләмендә административ штраф тәғәйенләнде. Хеҙмәткәрҙәр алдындағы бурыс тулы күләмдә ҡапланды.
Район прокуратураһы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында нығытылған кеше һәм граждандың һаулығын һаҡлауға, медицина ярҙамына, социаль тәьминәткә, хеҙмәткә, торлаҡҡа һәм башҡа социаль хоҡуҡтарын, кеше азатлығына хоҡуҡтарын яҡлауға айырым иғтибар бирә. Мәҫәлән, 2025 йылда балиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн судҡа дөйөм 160 мең һумлыҡ биш дәғүә бирелде.
Район прокуратураһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының социаль гарантиялар һәм башҡа ярҙам саралары алыуға хоҡуҡтарын яҡланы. Асыҡланыуынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ҡаршы килеп, 31 хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһенә электр энергияһы, йылылыҡ тәьминәте һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн түләүгә нигеҙһеҙ пеня һалынған. Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында прокуратура ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар етәкселәренә күрһәтмәләр индерҙе, уларҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса ҡулланыусыларға ҡайтанан иҫәпләү яһалды.
Енәйәт эштәрен тикшереү район прокуратураһы контролендә. Былтыр район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре судта 109 енәйәт эше, шул иҫәптән ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр тураһында 19 эш буйынса дәүләт ғәйепләүен тәьмин итте.
Өс енәйәт эшенә бәйле дәүләт ғәйепләүсеһе күрһәтеүе буйынса Башҡортостан Республикаһының Юғары суды хөкөм ителеүселәргә ғәйепләү ҡарарын ҡатыландырҙы.
Район прокуратураһы граждандар-ҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, шулай уҡ ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү буйынса эшмәкәрлеген дауам итә.
Радмир ХӘБИРОВ,
район прокуроры.