Барыһы ла 1986-1987 йылдарҙа ойошторолған ябай кино-видеостудиянан башлана. Өфөлә һәүәҫкәр фильмдар күрһәтелгәндән һуң Рауил Үзбәков “Башҡортостан” киностудияһы етәксеһе Рәмил Килмәмәтовҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ул, йәш энтузиастың илһамланыуына хайран ҡалып, иҫке киноаппаратура һәм бер аҙ пленка бүләк итә.
1987 йылдың майында район гәзитенең фотохәбәрсеһе Заһит Нуриев менән бергә улар “Октябрьск мәктәбе яны тәжрибә участкаһы” тигән беренсе фильм төшөрә. Был эште уҡытыу-сыларҙың август кәңәшмәһендә күрһәтеү тарихи мәл була – ошо датаны коллективта “Урал”дың тыуған көнө тип иҫәпләйҙәр.
Фильм район етәкселегенә шул тиклем тәьҫир итә, хатта Рауил Үзбәковҡа рәсми рәүештә кино-видеостудия булдырырға тәҡдим итәләр. Проектты үҫтереүгә мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хәниф Әхмәтйәнов һәм район Мәҙәниәт һарайы директоры Рәйес Юлдашев ҙур өлөш индерә.
Студияға нигеҙ һалыусылар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20-гә яҡын төрлө жанрлы фильм төшөрә. 1988 йылда уҡ Оло Ыҡтамаҡ хеҙмәт коммунаһы тураһында “Ҡанлы ун һигеҙенсе” документаль таҫмаһы “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында күрһәтелә.
Ысын триумф 1990 йылда була. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы тураһында “Ҡумыҙ көйө” фильмы кинорежиссёр, сценарист, педагог Сергей Бондарчук етәкселегендә жюри ағзаларынан юғары баһа ала. Бөтә Рәсәйҙән 80 картина араһында Мәсетле кинематографистары эше иң яҡшы унау иҫәбенә инә һәм Америкаға Халыҡ-ара фестивалгә ебәрелә, унда дипломға лайыҡ була. Шул уҡ йылда студия “Халыҡ” статусын ала.
Студияла төбәктең мәҙәни мираҫының мөһим өлөшөнә әйләнгән бик күп документаль фильмдар төшөрөлгән: 1945 йылғы Еңеү парадында ҡатнашыусы Вәрә Мусин тураһында “Ветеран яҙмышы”, партизандар отряды командиры Вафа Әхмәҙуллин тураһында “Бейек Татр”, археологик ҡомарт-ҡы тураһында “Арҡайым”, шулай уҡ “Медицинаға сәйәхәт”, “Аулаҡ өй” һәм баш-ҡалар.
“Урал” телестудияһы Өфөлә үткән Бөтә Союз “Еңеү яҙы”нан алып Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй “Еңеү салюты”на тиклем төрлө кимәлдәге абруйлы фестивалдәр лауреаты була. Студия базаһында “Дуҫтар осрашыуы” һәм “Дуҫлыҡ-96” Рәсәй кинофестивалдәре үткәрелә.
Студияла үҙ ваҡытында талантлы етәкселәр һәм белгестәр эшләй. Әлеге ваҡытта телестудия район Мәҙәниәт һарайы бинаһында урынлашҡан һәм Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарында берҙән-бер телевизион тапшырыуҙар алып барыусы булып тора. Уның программалары республика телеканалдарында күрһәтелә, ә төп бурысы булып Мәсетле районының мөһим ваҡиғаларын яҡтыртыу ҡала.
Эфир блоктарында тамашасылар райондың төп һәм көндәлек ваҡиғалары, уның халҡы өсөн мөһим булған тенденциялар, ҡаҙаныштар һәм асыштар тураһында репортаждар күрә: һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы һәм уның хеҙмәткәрҙәре, мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, районды үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ бәләкәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡ кеүек темаларға даими иғтибар бүленә.
Танып белеү-күңел асыу блогына мәҙәниәт һәм тарих тураһында материалдар, документаль фильмдар инә. Музыка йүнәлеше байрам программаларын, ҡотлау рубрикаларын һәм конкурстарҙы яҡтыртыуҙы үҙ эсенә ала. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн тапшырыуҙар әҙерләнә, ә спорт бүлеге урындағы һәм төбәк ярыштарын яҡтырта.
Телестудия дөйөм уңышҡа йүнәлтелгән ижади, әүҙем коллектив менән айырылып тора. Бөгөн уның менән Зәлифә Ғәлиуллина етәкселек итә, ул бөтә эш процесын ойоштора һәм координациялай. Күп йылдар коллективта тәжрибәле диктор-корреспондент һәм мөхәррир Рита Вәлиева эшләй, быйыл уның хеҙмәте “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2024” дипломы менән билдәләнде. Диктор-хәбәрсе Илүзә Мәғәмүрова һәм йәш видеооператор Полина Поспелова, ҙур тәжрибә туплаған видеооператор Илгиз Зыялтдинов тамашасыларҙы яңылыҡтар менән даими таныштыра.
– Беҙҙең коллектив яуап-лы һәм үҙ эшен яҡшы белә, – тип һөйләй Зәлифә Ғәлиуллина. – Ғәҙәти булмаған эш көнөнә, һауа шарттарына, тәүлек ваҡытына ҡарамаҫтан, беҙ тиҙ арала хәл-ваҡиғаларҙы төшөрөргә сығырға тырышабыҙ. Һәр кадрға, һәр сығарылышҡа күңел йылыһын һалабыҙ.
Тапшырыуҙар интерактив IP-телевидение системаһы аша “Сәләм” һәм “Баш-ҡортостан 24” каналдарында, шулай уҡ “Telegram” мессенджерында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендә алып барыла. Бынан тыш, “Сәләм” телеканалының “Йәшәргә һәм дуҫ булырға” проектында ҡатнашалар. Төп рубрикалары: “Көн яңылыҡтары”, “Кешеләр һәм яҙмыштар”, “Ижади оҫтахана”, “Илһам минуттары”, “Йыр бүләк итәм”, “Был көнүҙәк”.
Яңылыҡтарҙан тыш, телестудия ойошмалар һәм учреждениелар өсөн видеороликтар, фильмдар һәм фото-видеоматериалдар сығара, уларҙың эшмәкәрлеген мәғлүмәт менән оҙатыуҙа ярҙам күрһәтә.
Быйыл “Оло Ыҡтамаҡҡа – 225 йыл”, “Мәсетле районына – 95 йыл” һәм МХО яугиры Вадим Мөхәмәтов тураһында фильмдар төшөрөлдө. Хәҙер Яңы Мөслим ауылы тормошона һәм “Ҡоролтай”ҙың 30 йыллығына фильмдар сығарыуға әҙерләнәләр.
– Беҙҙең план – төп эште дауам итеү, яңы проекттарҙы һәм фильмдарҙы тормошҡа ашырыу, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙе даими уҡытыу, – тип билдәләй баш мөхәррир. – Идеялар бик күп, төп йүнәлештәрҙең береһе – Мәсетле районынан һәләк булған яугирҙар хаҡында материалдар циклы булдырыу. Беҙ тормоштоң бөтә яҡтарын яҡтыртабыҙ: гуманитар ярҙам ойоштороу, хәрбиҙәрҙең ялға ҡайтыуы, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, шулай уҡ мәҙәниәт, спорт, ауыл хужалығы һәм төрлө байрамдар. Һәр материал – коллективтың үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәһе. Төп бурысыбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡала – район тормошо һәм уның кешеләре тураһында дөрөҫтө һөйләү.
Телестудия райондың берҙән-бер телевизион киң мәғлүмәт сараһы булып ҡала. Үҙ эшенә һөйөү һәм тамашасылар алдында яуаплылыҡ менән берләшкән коллектив алға барыуын дауам итә. Уларҙың эше – видеоматериал төшөрөү генә түгел, һәр материалға күңел йылыһын һалыу, геройҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау һәм данлау.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Мәсетле районы яңылыҡтарын бөтә Башҡортостан күрә, “Урал” телестудияһы “Сәләм” һәм “Башҡортостан 24” республика каналдарында эфирға сыға.
“Сәләм” телеканалын кабель телевидениеһының бөтә эре селтәрҙәрендә (760-сы төймә) дүшәмбе – 9.15 сәғәттә, шишәмбе – 7.15 һәм 13.15 (ҡабатлау), шаршамбы – 19.15 сәғәттә, кесаҙна – 7.15 һәм 13.15 сәғәттә (ҡабатлау), йома – 19.30 сәғәттә, шәмбе – 8.15 сәғәттә (ҡабатлау) ҡарағыҙ.
“Башҡортостан 24” телеканалында (754-се төймә) – шишәмбе көндәрендә 14.30 һәм 18.00 сәғәттәрҙә.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.