Рәмис Саҙрыев Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлегендә енәйәтте тикшереү бүлегенең оперуполномоченныйы вазифаһында хеҙмәт итә. Ул Әжекәй ауылында тыуып үҫкән, атаһы урындағы мәҙәниәт йорто ҡаҙанлығында оператор булып эшләй, ә әсәһе – ауыл советында, хәҙер хаҡлы ялда.
2018 йылда Рәмис Фәнил улы Красноуфимск медицина колледжын тамамлай һәм бер нисә ай Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында медбрат булып эшләй. Һуңыраҡ хәрби хеҙмәткә саҡыралар, шунан һуң дауаханала һөнәре буйынса эшләүен дауам итә. 2020 йылдың июнендә Эске эштәр министрлығына эшкә урынлаша, хәҙер полицияның өлкән лейтенанты дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Быйыл енәйәт хоҡуҡиәте буйынса юғары юридик белемгә эйә булған.
Һөнәр һайлау тураһында һорауға уны бурыстарҙың стандарт булмауы йәлеп итеүен билдәләй. Уның бурыстарына енәйәттәрҙе асыу һәм аныҡлау ғына түгел, ә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү ҙә инә. Ул ғәйепләнеүселәрҙең тәртибен анализлай, конфиденциаль мәғлүмәт менән эшләй. Оператив вәкил шулай уҡ үҙенә ышанып тапшырылған территорияның криминоген хәлен яҡшы белергә тейеш. Яуаплы хеҙмәткәр фекеренсә, маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ҡурҡыуҙы еңеп, аҡланған хәүефкә барыу һәләтенә эйә булырға кәрәк. Бынан тыш әүҙемлек, маҡсатҡа ынтылыш, ойошҡанлыҡ, үҙаллылыҡ, ныҡышмалылыҡ мөһим. Аралашыу, кешеләрҙе үҙеңә йәлеп итеү һәләте лә төп роль уйнай.
– Иң мөһиме – йәмғиәттә үҙ ролеңдең әһәмиәтен аңлау. Был хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алырға әҙер булыу тигәнде аңлата. Намыҫлы һәм ғәҙел, шулай уҡ тирә-яҡтағыларға өлгө булыу мөһим. Законды теүәл үтәргә кәрәк, – ти Рәмис Фәнил улы.
Һәр ир-егет өсөн ғаилә ҙур роль уйнай. Ҡатыны Карина – шәфҡәт туташы, үҙәк район дауаханаһында эшләй. Ете йәшлек улдары Артурҙы тәрбиәләйҙәр. Быйыл малай Башҡорт гимназияһының беренсе синыфына барған. Буш ваҡытта ғаилә башлығы балыҡ тоторға ярата, шулай уҡ ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә.
– Минең эшем юғары эмоциональ һәм физик көсөргәнеш менән бәйле, граждандарҙың һәм дәүләттең именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Оперуполномоченный һөнәрен үҙләштереү минең өсөн еңел булманы, әммә эргәлә һәр ваҡыт тәжрибәле остаздар бар, улар үҙҙәренең белемдәре һәм күнекмәләре менән уртаҡлаша. Һөнәр бөтә команданың үҙ-ара килешеп эшләүен талап итә. Мин эшем менән ғорурланам, сөнки беҙ, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшеп, кешеләргә ярҙам итәбеҙ. Полиция хеҙмәткәре өсөн иң мөһиме – законлылыҡты һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау, – ти ул.
Луиза ЗАКИРОВА.