Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
31 Октябрь 2025, 10:50

Намыҫлы һәм һәләтле коллектив

29 октябрҙә Башҡортостан Республикаһында Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһе хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Был дата осраҡлы һайланмаған – тап 1991 йылдың 29 октябрендә Башҡортостандың Дәүләт милке менән идара итеү буйынса комитеты ойошторола.

Намыҫлы һәм һәләтле коллектив
Намыҫлы һәм һәләтле коллектив

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр ер ресурстарын дәүләт кимәлендә көйләүҙә төп роль уйнай. Ер реформаһының уңышы һәм күсемһеҙ милек менән идара итеүгә бәйле дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу уларҙың профессиональ сифаттарына һәм яуаплылығына туранан-тура бәйле. Бюджетты тулыландырыуға һәм республиканың иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға ҙур өлөш индергән был өлкә белгестәренең тырышлығы менән Башҡортостан мөлкәтте файҙаланыуҙан һәм һатыуҙан килгән килем буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында алдынғы урындарҙы биләй.
Башҡортостандың Мәсетле районы территорияһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкендәге ер участкаларын бүлеү һәм тапшырыу менән Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге шөғөлләнә. Дүрт белгестән торған ҙур булмаған, әммә яйға һалынған коллективта бүлек начальнигы Ольга Кондратьева, аукциондар аша ер участкалары биреү менән шөғөлләнгән төп кәңәшсе Азат Абдуллин, ер участкалары һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр биреү менән шөғөлләнгән баш белгес-эксперт Михаил Фефелов (уларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һәм район хакимиәте грамоталары менән бүләкләнгән), шулай уҡ ер участкалары һәм торама пункттарҙағы ерҙәре биреү өсөн яуаплы төп белгес-эксперт Эльвира Ғәләйева эшләй.
– Беҙ аҙ булһаҡ та, эшкә бик һәләтлебеҙ. Хеҙмәткәрҙәребеҙ компетентлы, татыу һәм граждандар менән һөҙөмтәле эшләй, һәр ваҡыт уртаҡ тел табырға, теге йәиһә был мәсьәләне хәл итеүҙең иң оптималь вариантын һайларға тырыша, – тип һөйләй Ольга Евгеньевна.
2021 йылда үҙгәртеп ҡороуға тиклем бүлеккә муниципаль һәм дәүләт күсемһеҙ милке, шул иҫәптән ер участкалары менән идара итеү һәм биреү буйынса вәкәләттәр йөкмәтелде, әлеге ваҡытта бүлек дәүләт милкендәге сикләнмәгән ер участкаларын биреү менән генә шөғөлләнә.
Ведомствоның төп бурысы – ерҙәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу, ҡуртым түләүҙәрен контролдә тотоу һәм райондың килемен арттырыу.
Киләсәккә пландар – бөтә ер участкаларын мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе һәм торама пункттарҙағы ерҙәрҙе әйләнешкә йәлеп итеү, район һәм тотош республика бюджетын тулыландырыу өсөн ер ресурстарын уйланылған һәм рациональ файҙаланыу.
Муниципаль милек биреү буйынса вәкәләттәр Мәсетле районы хакимиәтенә тапшырылған. 2021 йылда Мәсетле районы хакимиәтендә Гөлназ Хәйретдинова (һүрәттә) етәкселегендә муниципаль милек, шул иҫәптән ер участкалары менән идара итеү менән шөғөлләнгән ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре бүлеге булдырылды. Бүлектең төп белгесе Ғәлиә Фәхретдинова һәм баш белгес муниципаль милек реестры менән ентекле эш алып бара. Улар бәләкәй һәм урта бизнесҡа милек менән ярҙам итеү мәсьәләләре, ауыл биләмәләре һәм муниципаль учреждениелар өсөн документтар әҙерләү менән шөғөлләнә.
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре – профессионалдар. Уларҙың хеҙмәте Башҡортостандың иҡтисадын һәм именлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә, ә тәжрибәһе, белеме һәм эшенә тоғролоғо ер реформаһын уңышлы тормошҡа ашырыу һәм республиканың мөһим ресурстары менән һөҙөмтәле идара итеүҙең нигеҙе булып тора.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Намыҫлы һәм һәләтле коллектив
Намыҫлы һәм һәләтле коллектив
Автор: