Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Октябрь 2025, 14:00

Район юлдары – ышаныслы ҡулдарҙа

Хәҙерге донъяны яҡшы сифатлы юлдарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Быны тәьмин итеү өсөн меңәрләгән кеше эшләй. 19 октябрҙә улар һөнәри байрамын – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй.

Район юлдары – ышаныслы ҡулдарҙа
Район юлдары – ышаныслы ҡулдарҙа

Салауат юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Мәсетле участкаһына 47 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Улар 340 километрҙан ашыу автомобиль юлдарын хеҙмәтләндерә, шуларҙың 217 километры – төбәк һәм муниципаль-ара юлдар (уларҙың 135,2 километры асфальт менән ҡапланған), 125 километры – урындағы юлдар (22,4 километры асфальт менән ябылған).
– Күптән түгел Оло Ыҡтамаҡ – Йонос – Йосоп – Дүшәмбикә автомобиль юлы участкаһының 3,2 – 5,2 километрында ике километр туҙған юл япмаһының өҫкө ҡатламы ремонтланды. Даими нигеҙҙә автомобиль юлдарын ҡарау буйынса саралар үткәрелә, шул иҫәптән эҫе һәм һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһын файҙаланып соҡорҙарҙы ремонтлау, юл ситтәрен сабыу, юл билдәләрен алмаштырыу һәм ҡуйыу, сүп-сар йыйыу. Йыл аҙағына тиклем автомобиль юлдарын тәртиптә тотоуҙан башҡа саралар үткәреү планлаштырылмай, – ти Мәсетле участкаһы прорабы Рәмис Исламов.
Был өлкәлә тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе – механизатор Анатолий Кощеев. Юл ремонтлау-төҙөү идаралығына ул ауыл хужалығында, шәхси эшҡыуарҙа эшләгәндән һуң килә. Әлеге ваҡытта Анатолий Сергеевич ҡышҡы осорға әҙерлек үткәрә. Ул тракторҙа автомобиль юлдары ситендәге ҡыуаҡтарҙы саба. Йәйге миҙгелдә үлән сабыу менән шөғөлләнә, ҡышҡыһын тракторға беркетелгән көрәк ярҙамында автомобиль юлдарын ҡарҙан таҙарта.
Механизатор үҙенең эшен яуаплы һәм етди тип иҫәпләй. Бер йыл хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә. Тырыш һәм уңған хеҙмәткәр һайлаған һөнәрен ярата, эшкә ҙур теләк һәм яҡшы кәйеф менән килә.
Салауат юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Мәсетле районы участка начальнигы Флорит Абдулхаев коллегаһы тураһында былай ти:
– Ул эшһөйәр һәм тәжрибәле, бурыстарҙы яуаплы үтәүгә һәр ваҡыт әҙер. Тыйнаҡлығы һәм ышаныслы булыуы уны алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр итә. Пенсияға сыҡҡандан һуң эшләүен һорағас, ул риза булды.
Анатолий Кощеев Дыуан районында тыуған, Оло Ыҡтамаҡ ауылына 1990 йылда күсеп килә. Туғандары бик күп, уларҙың ҡайһы берҙәре Кубань тарафтарында йәшәй, әммә уға ҡунаҡҡа килеп торалар. Туғандарына республика оҡшай, бигерәк тә ҡышҡыһын.
Анатолий Сергеевич ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән, уларҙың хәҙер үҙ ғаиләләре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны күп йылдар элек вафат булған.
Буш ваҡытта ир балыҡ тоторға ярата. Йорт хужалығын алып бара һәм йорт яны участкаһында йәшелсә үҫтерә.
Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: