Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
29 Сентябрь 2025, 11:55

Балаларға күңел йылыһын өләшеүселәр

Радий Хәбиров йәш тәрбиәселәргә гранттар тапшырҙы

Балаларға күңел йылыһын өләшеүселәр
Балаларға күңел йылыһын өләшеүселәр

Бөгөн Өфөлә йәш тәрбиәселәр һәм педагогтар өсөн матур һәм мөһим сара булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларға Башлыҡ гранттарын тапшырҙы.

Колонна залына республиканың төрлө балалар баҡсаларында эшләгән 50 йәш тәрбиәсе, педагог-психолог, логопедтар һәм уҡытыусы-дефектологтар, музыкаль етәкселәр һәм физик культура бурынса инструкторҙар йыйылған ине. Уларға һәр береһенең суммаһы 575 мең һум тәшкил иткән грант тапшырылды.

Радий Хәбиров уларҙы конкурста лайыҡлы еңеүҙәре, шулай уҡ иртәгә билдәләнәсәк тәрбиәсе көнө менән ҡотланы. Республика Башлығы билдәләүенсә, беҙҙең мәктәпкәсә белем биреү системаһы – илдә иң ҙурҙарҙың береһе. 200 меңгә яҡын бала 959 балалар баҡсаһына йөрөй. – Беҙ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын үҫтереүгә әүҙем тотонабыҙ. Һуңғы йылдарҙа 8 мең урынлыҡ 50 балалар баҡсаһы төҙөлдө. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса илдә балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу программаһы башланды”, – тине Радий Хәбиров.

Алдағы өс йылға 16 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын ремонтлау планлаштырыла. Уларҙың барыһы ла заманса ҡорамалдар, уйынсыҡтар һәм уйындар менән йыһазландырыласаҡ. Радий Хәбиров Башҡортостанда дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә секторҙың әүҙем яҡланыуы хаҡында ла һөйләне.

Сертификат алыусылар араһында Салауат районы Малаяҙ ауылынан Илгинә Хәбибуллина ла бар ине. Ул 3-сө балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй.

– Экология темаһына проект яҙҙыҡ, ул “Йәш экоирекмәндәр” тип аталды. Яҙып, балалар менән саралар үткәреп, сайт булдырҙыҡ, һәм шөкөр, еңеп сыҡтыҡ. Мин быға бик шатмын, артабан эшләргә көс-дәрт алдым. Дөйөм алғанда 14 йыл балалар баҡсаһында эшләйем, физкультура буйынса инструктор, тәрбиәсе булдым, әле өлкән тәрбиәсемен. Беҙҙең балалар баҡсаһы яңы, унда биш төркөмгә йөҙҙән ашыу бала йөрөй. Шарттар бик яҡшы, балалар, коллегалар, етәкселек – барыһы ла бик һәйбәт, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар баҡсаларының йәш тәрбиәселәренә юғары педагогик оҫталығы, тырышлығы, һөнәренә тоғролоғо һәм балаларға һөйөүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: "Башинформ". 

Источник: https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2025-09-26/balalar-a-k-el-yyly-yn-l-she-sel-r-4403515 

Балаларға күңел йылыһын өләшеүселәр
Балаларға күңел йылыһын өләшеүселәр
Балаларға күңел йылыһын өләшеүселәр
Балаларға күңел йылыһын өләшеүселәр
Автор: