“Табип – кешене, ә ветеринар кешелекте дауалай” тигән ҡанатлы һүҙҙәр был һөнәрҙең асылын аныҡ ҡына асып бирә. 31 августа улар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Ирина Ваганова ветеринар фельдшер һәм яһалма аталандырыу техникаһы һөнәрен алып 2005 йылда Дыуан техникумын тамамлай. 2006 йылдан Мәсетле район ветеринария станцияһында ветеринар фельдшер булып хеҙмәт юлын башлай. Уның ҡарамағында Әләгәҙ ветеринария участкаһы, һәм әлеге ваҡытта ул шулай уҡ ветеринария-санитар экспертиза белгесе вазифаһын башҡара.
– Ул бик яуаплы һәм ярҙамсыл хеҙмәткәр. Эшен ярата, намыҫ менән башҡара. Ирина Рәмил ҡыҙы район халҡына һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, – тип һөйләй Мәсетле районы ветеринария станцияһы начальнигы Миләүшә Хамматова.
Үҙ участкаһында уға йышыраҡ эре мөгөҙлө мал хужалары мөрәжәғәт итә. Ветеринар фельдшер хайуандар ауырыуҙарын диагностикалай, дауалай һәм иҫкәртә. Һуңғы йылдарҙа бесәйҙәрҙең һәм эттәрҙең һаулығына иғтибар арта. Фельдшер төрлө тән йәрәхәттәрен, шулай уҡ күҙ инфекцияларын, шул иҫәптән конъюнктивитты дауалай. Хужалар йорт хайуандарын аҫрауға яуаплыраҡ ҡарай башланы, йыш ҡына бесәй һәм эттәрҙе стерилләштереүгә, кастрацияға килтерә. Хәҙерге көндә күп йорт хайуандарының эйәһеҙ булыуын иҫәпкә алғанда, был бик ҡыуаныслы хәл. Ветеринария табибының айырыуса иғтибары уларҙы ҡотороуға ҡаршы вакцинациялауға йүнәлтелгән.
Ирина Рәмил ҡыҙының эше ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы, әммә ауырлыҡтарҙан үҙ тәжрибәһенә һәм профессионализмына таянып сыға. Әммә ул кешеләрҙең тәрбиәгә мохтаж хайуандарға ҡарата вайымһыҙлығы һәм ҡанһыҙлығына күнә алмай.
– Бер ваҡыт миңә бик бәләкәй генә ҡоралай балаһын алып килделәр, кешеләр урман участкаһында тапҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алманыҡ. Бындай ҡырағай хайуан балаларын алмаҫҡа кәңәш итәм, сөнки хайуандар балаларын үләндә ҡалдыра. Был сабыйҙың ташланыуын һәм юғалыуын аңлатмай, уны инәһе мотлаҡ килеп ашатасаҡ. Хайуанға ҡул менән ҡағылмау яҡшыраҡ, сөнки кеше еҫе уның йөнөндә ҡала. Шулай ҙа улар йортоғоҙға килеп эләкһә, мотлаҡ ветеринарҙарға мөрәжәғәт итегеҙ. Беҙ нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы беләбеҙ. Бындай сабыйҙар өсөн яслеләр бар, уларҙы артабан тәрбиәләү өсөн шунда ебәрәбеҙ, – ти ветеринар фельдшер.
Ирина Рәмил ҡыҙы ғаиләһе менән Буртаковка ауылында йәшәй. Ире Валерий Иванович менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ул – балалары өсөн һөйөклө әсәй. Ире Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Өлкән ҡыҙы Екатеринбургта йәшәй, уның үҙ ғаиләһе бар. Ике балаһы – улы һәм ҡыҙы – Әләгәҙ мәктәбе уҡыусылары, быйыл 9 һәм 8 кластарға баралар. Улар әсәләренә бөтә нәмәлә лә ярҙам итә. Хужабикәнең өйөндә тәртип, ихатаһы тулы сәскәләр күҙҙең яуын ала.
– Һөнәребеҙҙә иң мөһиме – хайуандарҙы яратыу. Уларҙың хужалары менән аралаша белеү, проблеманы тыңлау һәм аңлау, дүрт аяҡлы дуҫтарға ярҙамға килеү. Йәш белгестәрҙең беҙҙең районда ветеринарҙар сафын тулыландырыуын теләйбеҙ. Был өлкәлә эште дауам итергә, хайуандарҙың һаулығын артабан да һаҡларға ниәтләйем, – тип уртаҡлаша фельдшер.
Луиза ЗАКИРОВА.