Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Май 2025, 10:05

Китапхана эше – уның булмышы

27 майҙа илебеҙҙә китапхана хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдары уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Ижади, яуаплы һәм инициативалы – был сифаттар нәҡ ошо һөнәр эйәләренә хас һәм ихлас ихтирам, һоҡланыу тойғоһо уята.

Китапхана эше – уның булмышы
Китапхана эше – уның булмышы

Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһының Ләмәҙтамаҡ филиалы китапханасыһы Илгизә Лоҡманова был сифаттарҙың барыһына ла эйә. Илгизә Риф ҡыҙы филиалда 1988 йылдан эшләй. Уның профессионализмы һәм башҡарыу оҫталығы һөҙөмтәһендә участкала китапхана эше юғары кимәлдә алып барыла. Ул эшендә һан һәм сифат күрһәткестәре үҫеше динамикаһын тәьмин итергә тырыша, китапхана хеҙмәте менән ҡулланыусыларҙың мәғлүмәт табыу буйынса үтенестәрен сифатлы үтәй, проект эшмәкәрлегендә ҡатнаша, “Йөрәккә яҡын урын”, “Афғанстан – беҙҙең хәтер”, “Яҡташ геройҙар” проекттарын әҙерләп үткәрә.
Илгизә Лоҡманова үҙ эшен бик ярата, китапханала йылы мөхит булдыра. Уның ҡулдары менән яһалған сағыу китап-иллюстрация күргәҙмәләре быға булышлыҡ итә. Шулай уҡ китапханала музей мөйөшө эшләй, унда этнографик, тарихи документтар һәм биҙәү-ҡулланма характерындағы материалдар һаҡлана. Ләмәҙтамаҡ филиалы уҡыусылар һаны һәм китаптар биреү буйынса һан күрһәткестәрен йыл һайын үтәй.
– Был һөнәр минең күңелемә яҡын. Мәктәптә өлкән кластарҙа активист инем: бейей, спектаклдәрҙә уйнай тор-ғайным. Тырышлығымды күреп, китапханаға эшкә саҡырҙылар, – тип һөйләй ул.
Илгизә Риф ҡыҙы тыуған ауылы халҡы араһында төрлө әҙәби кисәләр, викториналар һәм әңгәмәләр үткәрә. Шулай уҡ ул – ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән осрашыуҙар инициаторы. Әүҙем китапханасы һәр ваҡыт уҡыусылар менән эшләүҙең яңы формаларын һәм ысулдарын ижади эҙләү юлында. “Әхирәттәр” клубы эшен алып бара.
Ул шулай уҡ район, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша: “Мостай Кәримдең китаптарын уҡыйбыҙ” төбәк-ара акцияһында, “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” халыҡ-ара акцияһында, “Һуғыш менән һуғарылған шиғри юлдар” район онлайн-флешмобында, йыл һайын уҙғарылған район онлайн һәм офлайн марафондарында, “Китапхана төнө” Бөтә Рәсәй акцияһында.
Илгизә Риф ҡыҙы клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләй, сценарийҙар төҙөүҙә, ауылда саралар үткәреүҙә ярҙам итә һәм бөтә район сараларында әүҙем ҡатнаша.
Эшкә яуаплы ҡарашы, китап уҡыусыларға һәм ауылдаштарына ихтирамы, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булыуы менән Илгизә Лоҡманова ауылдаштары һәм Мәсетле районы халҡы араһында абруй яуланы.
Илгизә Риф ҡыҙы бөгөн дә бик әүҙем булып ҡала: ҡайын туҙынан төрлө әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә, оҫта итеп ҡумыҙҙа, гармунда уйнай, баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә.
Ире Наил Хөрмәт улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр: өлкән улдары Шамил ғаиләһе менән Иглин ауылында йәшәй, Рәмилдәре контракт буйынса махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итте.

Автор: