Мәсетле районы халҡын “Ашығыс ярҙам” станцияһының ике бригадаһы хеҙмәтләндерә. Әлеге ваҡытта бында 16 белгес эшләй: фельдшерҙар Игорь Двойнишников, Рәлиә Сафина, Лена Йәрмөхәмәтова, Дилара Хамматова, Владислав Пятков, Тимофей Котыхов, өлкән фельдшер Гөлназ Кәбиева, санитар-водителдәр Эдуард һәм Илдар Ғизәтуллиндар, Илфат Һаҙыев, Фидан Солтанов, Анатолий Селедков, Александр Акулов, Руслан Вәзиров, Зиларис Нафиҡов, Денис Ғарипов. Уларҙың күбеһе ҙур эш тәжрибәһенә эйә. Еңел булмаған хеҙмәткә күп йыллыҡ тоғролоҡ ҙур ихтирамға лайыҡ.
– Тәүлек эсендә диспетчер пультына 20-25-кә яҡын хәбәр килә, – ти Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы “Ашығыс ярҙам” бригадаһының өлкән фельдшеры Гөлназ Кәбиева. – Беҙ тәү сиратта ашығыс саҡырыуҙарға сығабыҙ: аң юғалтыу, йөрәк ауыртыуы, тын алғанда ҡыйынлыҡ, ағыуланыу, йәрәхәттәр. Ғәҙәттә, 40 йәштән 60 йәшкә тиклемге кешеләргә, район ауылдарына “Ашығыс ярҙам” саҡыралар, ә ауылдар беҙҙә – 49!
Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре квалификациялы медицина хеҙмәткәр-ҙәре генә түгел, улар һәр хәлдә тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белгән белгестәр. Кешенең һаулығы һәм ғүмере тиҙ эш итә белеүгә, белемгә һәм ҡуйылған диагноздың аныҡлығына бәйле.
“Ашығыс ярҙам” бригадаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн юғары квалификация, һөнәри күнекмәләр, медицина аппаратураһы менән эшләү оҫталығынан тыш шәхси сифаттар ҙа мөһим, бигерәк тә иғтибар һәм күҙәтеүсәнлек. Уларһыҙ тиҙ арала хәлде дөрөҫ баһалау, беренсе ярҙам күрһәтеү, кәрәкле дарыуҙар ҡулланыу мөмкин түгел.
Табип һөнәре – иң мөһим, изге һәм әһәмиәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Шуға күрә был көндө уларға хеҙмәт өсөн рәхмәт һүҙҙәре – иң юғары награда.
Екатерина ӘМИРОВА.