Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Апрель 2025, 09:55

Әүҙем староста – ауыл халҡының таянысы

2013 йылдан башлап 21 апрелдә Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Был көн район һәм ауыл хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәрен генә берләштереп ҡалмай, улар менән халыҡ араһында бәйләүсе звено булып тор-ған старосталарға ла ҡағыла.

Әүҙем староста – ауыл халҡының таянысы
Әүҙем староста – ауыл халҡының таянысы

Йәмәғәт эшен башҡарыу яуаплылыҡ талап итә: старостаға ауылдаштары ышана, уға ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Сосновка ауылында биш йыл староста эшен Зөлфиә Әлмөхәмәтова башҡара. 36 йәшлек ханым – ауылда иң йәштәрҙең береһе.
Зөлфиә Вильнус ҡыҙы Дыуан районында тыуған. Ире Динар Данил улы, ҡыҙҙары Азалия һәм Аделина менән шунда йәшәй, әммә кесе ҡыҙҙарының сәләмәтлек торошона бәйле табиптар уларға климатты үҙгәртергә кәңәш итә. Шул саҡта иренең ылыҫлы урман эсендә урынлашҡан шифалы һауалы тыуған ауылы Сосновкаға күсергә ҡарар ителә. Был хәл 2014 йылда була. Балаларҙың һаулығы һиҙелерлек яҡшыра.
– Беҙ килгәндә Сосновкала 10 өй ине, – тип һөйләй староста. – Ауыл бәләкәй, әммә унда йәшәүселәр татыу. Ҡыш көнө колонка, ҡайһы берҙә һыу башняһы ла туңа, уны иретергә кәрәк. Ирем Силәбе ҡалаһында вахта ысулы менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй, шуға күрә бындай мәсьәләләрҙе хәл итеү инициативаһын йыш ҡына үҙ ҡулыма алдым. Халыҡ әүҙемлегемде күрҙе һәм ауыл старостаһы булырға тәҡдим итә башланы.
Башта Зөлфиә Вильнюс ҡыҙы ризалашмай, сөнки был ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Әммә, ныҡлап уйлағандан һуң, тәҡдимде ҡабул итә.
Ауылда иң мөһим объекттарҙың береһе – Әй йылғаһы аша Сосновка менән Оло Ҡыҙылбай ауылдарын тоташтырған күпер. Балаларға көн һайын Әләгәҙ мәктәбенә йөрөргә кәрәк, күпер торошо насар булыу сәбәпле, мәктәп автобусы ауылға барып етмәй. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларға Оло Ҡыҙылбай ауылына йәйәү барыу ҙа хәүефле: яҡындағы урманда төлкөләр һәм бүреләр йәшәй. Өс йыл элек был мәсьәлә староста тырышлығы менән хәл ителә. Автобус бөгөн ауылға барып етә, был мәктәп уҡыусыларына ла, район үҙәгенә эш буйынса барған өлкәндәргә лә уңайлы.
Ҡатын күршеләрен берләштерә, эшкә көйләй белә. Мәҫәлән, былтыр Зөлфиә Әлмөхәмәтова етәкселегендә Сосновка ауылында сүплек бөтөрөлдө.
Әлмөхәмәтовтарҙың шәхси хужалығы ла ҙур: һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Уларҙы ҡарау йыш ҡына ҡатын иңенә төшә, сөнки ире эштә. Уңған ҡатын хужалыҡта ла, балаларҙы тәрбиәләүҙә лә, ауыл мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә өлгөрә. Уны бөгөн борсоған мәсьәлә – ауыл малдарын көтөү өсөн көтөүлектең булмауы. Әммә ул был проблеманы тиҙ арала хәл итеүгә өмөтләнә. Шулай уҡ Сосновкала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн майҙансыҡ юҡ, сәбәбе – күпер торошона бәйле ауыр техника үтә алмай.
– Бөтә башланғыстарҙа миңә ирем, уның ата-әсәһе ярҙам итә һәм хуплай, – ти Зөлфиә Вильнюс ҡыҙы. – Шулай уҡ Әләгәҙ ауыл советына, район хакимиәтенә рәхмәтлемен, уларһыҙ күп проблемаларҙы һәм мәсьәләләрҙе хәл итеп булмаҫ ине. Тимербай Ярмушев йыш ҡына үҙ техникаһында ярҙам итә. Ауыл старостаһы ауыл халҡының ярҙамынан башҡа үҙ бурыстарын һөҙөмтәле үтәй алмай. Күршеләрем һәм ауылдаштарымдың ярҙамсыл булыуына шатмын.
Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илзида Зырянова билдәләүенсә, староста төҙөкләндереү эштәрендә, ауылдың күп кеше ҡатнашлығында мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша.
– Зөлфиә Әлмөхәмәтова юғары кимәлдәге мәҙәниәте, бурыс тойғоһо һәм яуаплылығы менән айырылып тора. Ул зыяратты таҙартыу буйынса өмәләр үткәрә, рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөү буйынса халыҡ менән эш ойоштора, урындағы үҙидара органдары, муниципаль предприятиелар һәм башҡа ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеп, ауылдағы мәсьәләләрҙе хәл итә, йыйылыштарҙа ауылдаштарының мәнфәғәттәрен оҫта яҡлай.

Һүрәттә: Зөлфиә Әлмөхәмәтова (алғы рәттә һулдан беренсе) ауылдаштары менән өмәлә


Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор: