Оло Аҡа мәҙәниәт йорто – ауылдың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошо үҙәге. Унда ете кеше, атап әйткәндә, директор Фәрит Ғибәҙуллин, мәҙәни саралар ойоштороусы Миләүшә Хафизова, уның ярҙамсыһы Алина Сәфәрова, китапханасы Зөлфиә Рәхимова, биналарҙы йыйыштырыусы Гүзәл Әхәтова, ҡаҙанлыҡ операторҙары Илдар Ғәйнанов һәм Раян Аҡтимеров эшләй.
– Беҙҙә коллектив бик татыу, берҙәм, барыһын да бергәләп эшләйбеҙ. Һәр нәмәлә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, – тип һөйләй Миләүшә Хәйретдин ҡыҙы.
Оло Аҡа ауыл мәҙәниәт йорто базаһында “Аҡ ҡалпаҡ” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль коллективы ойошторолған һәм бик уңышлы эшләп килә. Күптән түгел коллектив Свердловск өлкәһенең Араҡай ауылында төбәк-ара конкурста өсөнсө урын алды, Миләүшә Хафизова яңғыҙ номинацияла I дәрәжә лауреат булды. Шулай уҡ Миләүшә Хафизова етәкселегендәге “Сулпан” халыҡ театр коллективы, Фәрит Ғибәҙуллин етәкселегендә ир-егеттәрҙән торған гармунсылар ансамбле, Алина Сәфәрова етәкселегендә “Әхирәттәр” фольклор коллективы һәм уҡыусылар бейеү түңәрәге эшләй. “Сулпан” театр коллективы район конкурсында 2021 йылда – I дәрәжә, 2024 йылда III дәрәжә диплом менән бүләкләнә.
– 2022 һәм 2024 йылдарҙа үҙәкләштерелгән клуб системалары араһында конкурста беҙҙең клуб беренсе урынға сыҡты. Бүләккә проектор һәм музыкаль аппаратура алдыҡ. Хәҙер көйҙәр, йырҙар менән фонограммаларҙы бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ яҙҙырабыҙ, – тип билдәләй мәҙәни саралар ойоштороусы.
2021 йылдан Оло Аҡа клубында “Бәлеш-фест” фольклор байрамы үткәрелә. Башта унда Оло Аҡа халҡы ғына ҡатнаша, ә 2024 йылда был сара район кимәлендә үтә.
Махсус хәрби операция башланғас, Оло Аҡа клубы хеҙмәткәрҙәре яугирҙарыбыҙға ярҙам сараларынан ситтә ҡалмай. 2022 йылдан улар һәм урындағы халыҡ туғыҙ маскировка селтәре үрә, 310 блиндаж шәме эшләй. Битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙар өсөн ойоҡбаш бәйләй, ҡулға “Үҙебеҙҙеке-сит” таҫмаһын тегә. Март аҙағына тағы ла ике селтәрҙе үреп бөтөрөргә ниәтләйҙәр. Шулай уҡ Оло Аҡа ауыл клубы коллективы МХО яугирҙарына ярҙам итеү өсөн хәйриә концерттары менән сығыш яһай.
Ибраһим Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары” пьесаһы буйынса спектакль әҙерләп, ошо көндәрҙә уны Оло Аҡа һәм Ләмәҙтамаҡ клубтарында күрһәттеләр. 7 апрелдә Оло Аҡа клубы коллективы ошо спектакль менән Оло Ыҡтамаҡ ауылында халыҡ театр коллективтарының район конкурсында сығыш яһаясаҡ.
Ҡыҫҡаһы, Оло Аҡа мәҙәниәт йортонда тормош ҡайнай. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауылдаштары менән бергә олоаҡалыларҙың ялын йәмләп, уларға байрам кәйефе бүләк итә.
Екатерина ӘМИРОВА.