Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Ноябрь , 09:00

Профессиональ коллективтың яйға һалынған эше

10 ноябрҙә Халыҡ-ара бухгалтерия көнө билдәләнә. Бухгалтер эше хәҙерге заманда иң мөһим һөнәрҙәрҙең береһе булып тора. Донъяның бер иҡтисады ла, хатта айырым предприятиелар, заводтар һәм бәләкәй магазиндар ҙа бухгалтер иҫәбенән тыш эшмәкәрлеген алып бара алмай. Һөнәри байрамдары уңайынан “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бухгалтерҙар командаһы менән таныштырабыҙ.

Профессиональ коллективтың яйға һалынған эше
Профессиональ коллективтың яйға һалынған эше

Коллективта өс бухгалтер эшләй: Айгөл Хәйретдинова, Фәймә Исмәғилева һәм Алия Ғүмәрова (һүрәттә – һулдан уңға). Улар предприятие директоры Юрис Латыповтың ярҙамсыһы һәм таянысы булып тора.
Айгөл Ильяс ҡыҙы – иҫәп өҫтәле бухгалтеры һәм бер үк ваҡытта баш бухгалтер. Уның бурысы – беренсел документтарҙы эшкәртеү, килешеүҙәр һәм документтар әҙерләү.
– Тыумышым менән мин Дыуан-Мәсетле ауылынан. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө кооператив техникумында уҡыным. Һуңынан “Батыр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләнем. Кейәүгә сығып, Ясин ауылына күсеп килдем. Һөнәремде күңел ҡушыуы буйынса һайланым, сөнки бала саҡтан иҫәп-хисапты ярата инем. Әсәйем ашханала эшләне һәм ҡайтанан иҫәпләү өсөн талондар алып ҡайта ине, мин уға ҙур ихласлыҡ менән ярҙам иттем, – тип һөйләй Айгөл Ильяс ҡыҙы.
Фәймә Вәғиз ҡыҙы – матди өҫтәл бухгалтеры, бер үк ваҡытта 2016 йылдан кадрҙар бүлеге белгесе. Сығышы менән ул Тимерәк ауылынан. Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. Техника, иген һәм мал иҫәбен алып бара. Шулай уҡ уның ҡарамағында – тәьмин итеүселәр менән һатыу-һатып алыу иҫәбен алып барыу, касса һәм хәрби иҫәп.
– Беҙҙә коллектив дуҫ һәм татыу, Юрис Хәйҙәр улы – бик яҡшы етәксе. Ул тәртип һәм теүәллекте ярата. Эшебеҙҙә отчеттар күп булыу сәбәпле, беҙ уларҙы йөкләмә бер үк булырлыҡ итеп һәр кемгә бүлеп билдәләнек. Квартал һайын, йыллыҡ отчеттар башланғас эш сәғәтенән һуң тороп ҡалып эшләргә йәиһә ял көндәрендә сығырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, эшемде яратам, – тине Фәймә Исмәғилева.
Алия Юлай ҡыҙы – “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә яңы хеҙмәткәр. Ул февралдән эшләй. Баймаҡ ҡыҙы кейәүгә сыҡҡандан һуң Ясин ауылына күсеп килгән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
– Башлыса, “Меркурий” программаһында эшләйем. Мине “Йондоҙ” йәмғиәтенә эшкә саҡырыуҙарына бик шатмын. Бында бик яҡшы коллектив, эш тә тотороҡло, – ти Алия Ғүмәрова.
“Йондоҙ” йәмғиәтенең бухгалтерҙар командаһы бер-береһенә ярҙам итеп, ҡуйылған бурыстарҙы ваҡытында яҡшы башҡара. Яңыраҡ улар үҙ көстәре менән кабинетта ремонт яһаған, хәҙер унда яҡты һәм уңайлы. Бынан тыш, берҙәм коллектив, онотолмаҫлыҡ мәлдәр тыуҙырып, дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытып, байрамдарҙы бергә билдәләй.
Әйтергә кәрәк, “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте районда күп күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләүсе ҙур ауыл хужалығы булып тора. Бында күңеле менән тыуған ергә береккән, яратҡан эше өсөн янып йәшәгән механизаторҙарҙың, малсыларҙың, үҫемлекселек һәм башҡа ауыл хужалығы белгестәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Диана АБДРАХМАНОВА.

Автор: