Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы ашханаһында ҙур булмаған, әммә дуҫ коллективта ике сменала ете кеше хеҙмәтләндерә, улар араһында ашнаҡсылар Ирина Секерина менән Рәфилә Зарипова ла бар.
Улар иртән сәғәт алты тулмаҫ элек эш урынында. Тәүҙә кәрәкле аҙыҡ-түлек әҙерләйҙәр: иретәләр, таҙарталар, бешерәләр. Сәғәт етелә кулинар цехтарҙа эш ҡыҙыу бара: кемдер һурпа, бутҡа бешеүҙе күҙәтә, кемдер ҡоймаҡ ҡоя һәм салатҡа ингредиенттар турай. Сәғәт 8-гә өҫтәлдәр әҙер һәм ял итеүселәрҙе көтә.
Ашнаҡсының эше еңелдән түгел. Аш-һыу бүлмәһендәге эҫе һауа шарттарын һәр кем күтәрә алмай. Ирина Секерина менән Рәфилә Зарипова бөтә эш ваҡытын тиерлек плита янында үткәрә.
– Йәшелсәләрҙе ҡул менән киҫеп, ҡулдарҙа сөйәл сыҡҡан ваҡыттар үтте, – тип һөйләй улар. – Хәҙер эшләү – үҙе рәхәт. Цехта заманса технологик ҡорамалдар, уңайлы өҫтәлдәр, һыуытҡыстар ҡуйылған.
– Ял итеүселәргә төрләндерелгән һәм балансланған биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Уның составына һурпа, икенсе ризыҡ, салат, ҡамыр ризыҡтары, компот, емеш-еләк, һөт ризыҡтары инә, – тип билдәләй диета шәфҡәт туташы Азалия Хәбибуллина. – Икмәк һәм һөт ризыҡтары урындағы етештереүселәрҙән килтерелә. Ҡалғанын оҫта ҡуллы ашнаҡсыларыбыҙ бешерә.
Ирина Секерина һөнәренә ун йылдан ашыу тоғро ҡала.
Рәфилә Зарипова шифаханала ашнаҡсы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген ашхана асылғандан бирле алып бара. 2001 йылдан ул шифахананың шеф-ашнаҡсыһы булып тора, юғары квалификация разрядына эйә. Юғары профессиональ оҫталығы өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының ашнаҡсы-мастеры” һәм “Хеҙмәт ветераны” исемдәре бирелде. Уның бик күп грамоталары һәм рәхмәт хаттары бар. Хәҙер, пенсияға сыҡҡас та, ул шул уҡ ашханала эшләүен дауам итә.
Ашхана коллективы эшһөйәр, теүәл һәм сабыр, үҙ эшен бик яҡшы белә. Шифахана ял итеүселәренең ихлас баһаһы ашнаҡсыларҙың үҙ эшенә яуаплы ҡарауын раҫлай.
Екатерина ӘМИРОВА.