Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
14 Октябрь , 15:20

Радий Хәбиров Башҡортостандың ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы

14 октябрҙә ҡурсаулыҡ эше хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Уларҙы ошо байрам менән ҡотлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә тикшеренеүсе, тәбиғәтте һәм солоҡ умартасылығын һаҡлауҙы ойоштороусы Михаил Косарев тураһында яҙған.

Радий Хәбиров Башҡортостандың ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостандың ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы

Рәсәйҙең атҡаҙанған экологы, Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре 30 йылдан ашыу ЮНЕСКО-ның «Башҡортостан Уралы» биосфера резерватына ингән «Шүлгәнташ» ҡурсаулығын етәкләй. Уның тырышлығы менән республикала уникаль һаҡланған территориялар булдырылды.

Михаил Николаевич Йылайыр районының Тютюлени утарында тыуған. 1960 йылдан Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында йәшәй һәм эшләй. Уның тәбиғәтте һаҡлау менән ҡыҙыҡһыныуы олатаһынан һәм атаһынан килә. Бала сағынан тыуған яғына, урман-тауҙарға ғашиҡ. Был уның артабанғы яҙмышын билдәләй. Бөрйән солоҡ бал ҡортоноң генофондын һаҡлау, төбәк тарихы, үҙенсәлекле традицияларҙы, шул иҫәптән солоҡсолоҡто һаҡлау Михаил Косаревтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары араһында төплө урынды биләй. Ул – 130 ғилми баҫма авторы.

«Михаил Николаевичты, Башҡортостандың ҡурсаулыҡ системаһы ветерандарын һәм хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлайым. Һеҙҙең изге хеҙмәтегеҙ алдында түбәнселек менән баш эйәм. Башҡортостан Уралының гүзәллеген киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт», – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото:Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәре
Автор: