Сауҙа тураһында һүҙ сыҡҡанда, ғәҙәттә, күҙ алдында ҡатын-ҡыҙ-кассир образы баҫа, әммә был өлкәлә эшләүселәр араһында ир-егеттәр ҙә аҙ түгел. Бөгөн беҙ һеҙҙе уларҙың береһе – “Монетка” супермаркеты хеҙмәткәре Айҙар Денисламов менән таныштырабыҙ.
Айҙар Раушан улы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Лицейҙы тамамлағандан һуң, төрлө өлкәләрҙә үҙен һынап ҡарай. Һуңынан кассир булып эшләй, хәҙер ул – магазин директоры урынбаҫары.
Йәш кеше кесе ватанына тоғро. Ул үҙ районына файҙа килтерергә тейешлегенә ышана, шуға күрә һайлаған эшенә күп көс һәм энергия һала. Супермаркетҡа килеүселәр егеттең әҙәплелеген һәм ихтирамлылығын билдәләй.
Айҙар Денисламов алсаҡ йөҙлө, изге күңелле һәм шуның менән һатып алыусыларҙың, коллегаларының хөрмәтен яулай.
– Төрлө өлкәләрҙә күңелемә ятҡан эш эҙләнем. Бында урынлашҡас, сауҙала миңә уңайлы булыуын аңланым. Супермаркеттың көн һайын тауар һатып алған даими клиенттары бар. Шулай уҡ яңы кешеләр: балалар, ололар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр менән аралашыу оҡшай. Шуның өсөн дә мин үҙ эшемде яратам, – тип уртаҡлаша Айҙар.
Мәсетле районында урынлашҡан супермаркеттарҙа һатыусылар һәм кассирҙарҙың йыш алмашыныуы сер түгел. Шуға күрә көн һайын һатыу залында таныш кешене осратыу, беҙгә бер аҙ ышаныс өҫтәй.
Был йәһәттән алсаҡ һәм әҙәпле Айҙарҙың йәш кеше өсөн ауылда эш булмауына зарланмауы, ә үҙ урынын табыуы яҡшы миҫал булып тора.
Сауҙа өлкәһендә идеаль хеҙмәткәр – ул энергияһы һәм башҡаларға ярҙам итергә теләге булған кеше. Был өлкәгә тәжрибәһеҙ ҙә килергә мөмкин, ә инде эш барышында бөтә нәмәгә өйрәнергә була. Был бигерәк тә яңы уҡып сыҡҡан йәштәр өсөн мөһим.
– Минең эшемдә кешеләр менән аралашыу һәм уртаҡ тел таба белеү кәрәк. Һатыусы һатып алыусы менән асыҡ, ярҙамсыл, дуҫтарса мөнәсәбәттә булырға тейеш. Супермаркетҡа килеүселәргә ҡарата иғтибарлы булыуҙан тыш, залда тауарҙарҙы уңайлы һәм йәтеш итеп урынлаштырыу ҙа минең бурысыма инә. Йыш ҡына ауыр ҡумталарҙы ташырға тура килә. Һәм, әлбиттә, хаҡтарҙың көнүҙәклеген күҙәтергә кәрәк. Ҡай-һы бер магазиндарҙа залда һәм кассала билдәләнгән хаҡ тап килмәй. Шуға күрә мин һәм башҡа хеҙмәткәр-ҙәр бындай хәлдәргә юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ, – ти егет.
Сауҙа хеҙмәткәрҙәре менән беҙ көн һайын тиерлек осрашабыҙ. Ҡайһы бер магазиндарға инеү прилавканың икенсе яғында шат йылмайып ҡаршы алған Айҙар Денисламов кеүек кешеләр торһа, айырыуса күңелле. Һис шикһеҙ, тотош көндөң яҡшы үтеүе лә, һатыусының алсаҡ ҡарашынан башлана.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.