Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эшен яратып башҡара

16 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәрҙең барыһының да байрамы булып тора. Уны СССР ваҡытында уҡ билдәләй башлай-ҙар һәм был йола әле лә һаҡланып ҡалған.

Эшен яратып башҡара
Эшен яратып башҡара

Медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәре – донъяла иң талап ителгәндәрҙең береһе. Көн һайын табиптарға, шәфҡәт туташтарына, фельдшерҙарға ярҙам һорап бик күп кеше мөрәжәғәт итә. Районыбыҙҙа эшләгән бихисап хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәренең береһе – Йонос фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Фәүзиә Хилажева.
Фәүзиә Мөғәфә ҡыҙы Әләгәҙ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң Әсәлекте һәм сабыйлыҡты һаҡлау ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағындағы Свердловск училищеһында фельдшер һөнәре буйынса белем ала. Дипломлы йәш белгес Айып ауылына килә һәм унда фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй башлай. Бер аҙҙан ире менән Саха (Яҡутия) Республикаһына күсергә ҡарар итәләр. Яңы урында ла Фәүзиә Хилажева медицина өлкәһендә хеҙмәт итә.
23 йыл һөнәре буйынса эшләгәндән һуң уға, яңынан квалификация алып, мәктәпкә ашнаҡсы булып урынлашырға тура килә. Ә инде 20 йыллап ваҡыт үткәс, Фәүзиә Мөғәфә ҡыҙы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған һәм уны тыуған ере менән бәйләгән һөнәренә әйләнеп ҡайта. Бының өсөн ул йәнә квалификация күтәреү курсын үтә. Хәҙер Йонос фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып эшләй.
– Һайлаған һөнәремде яратам һәм йәнә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә алыуыма бик шатмын. Һөнәрем буйынса эшләмәгән саҡта ла ауылдаштарым кәңәш һорап килә ине. Тәүге ваҡытта фельдшер-акушерлыҡ пунктында ишектәр ябылманы ла тип әйтергә мөмкин. Хәҙер көнөнә 10 – 15 кеше килә, – тип һөйләй фельдшер.
Фәүзиә Хилажева ҡарамағында – ике ауыл: Йонос һәм Тимерәк. Дөйөм алғанда, ул 320 кешене хеҙмәтләндерә. Фельдшер булып эшләгән ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, төн йәки ял көндәре булыуға ҡарамаҫтан, күп ауылдаштарына ярҙам итеп өлгөрҙө.
Фәүзиә Мөғәфә ҡыҙы ғаиләһе өсөн дә ваҡыт таба. Ул – инде үҫеп еткән биш баланың әсәһе. Өсәүһе ғаилә ҡорған һәм мөмкинлек сыҡҡан һайын ата-әсәһе янына ҡайтып йөрөй, ә тағы икәүһе – хәрби училище студенттары.
Уңған ҡатын ҡул эштәре менән баҡсасылыҡҡа ла ваҡыт таба. Ауыл ерендә йәшелсә, емеш-еләк үҫтермәй буламы ни инде?! Шулай уҡ ире менән мал һәм ҡош-ҡорт үрсетәләр. Бына шулай тырышып донъя көтә һәм халҡына хеҙмәт итә ауыл фельдшеры.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: