Бөтә яңылыҡтар

Йөрәк йылыһы өләшеп

Беҙ йәшәгән замана йылдам үҫешә, тормошобоҙ уңайлыраҡ була бара, көндәлек эштәрҙә ярҙамға төрлө заманса техника килә. Әммә хатта һуңғы техник прогресс һәм фәнни асыштар ҙа һәр беребеҙ мохтаж булған нәмәләрҙе алмаштыра алмай. Һәр кеше өсөн аралашыу, иғтибар, уның тураһында хәстәрлек күреүҙәре мөһим. Бигерәк тә быға оло быуын вәкилдәре мохтаж. Шуға күрә күп һанлы һөнәрҙәр араһында социаль хеҙмәткәр һөнәре иң кәрәклеләрҙең береһе булып ҡала.

Йөрәк йылыһы өләшеп
Йөрәк йылыһы өләшеп

Был хеҙмәттә битарафлыҡ була алмай – социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә сит кешенең ярҙамына һәм тәрбиәгә мохтаж кешеләргә ҡарата алсаҡ булырға кәрәк. “Социум” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең социаль хеҙмәткәре Йәзилә Ғилметдинова – шундайҙарҙың береһе.
Йәзилә Фәрит ҡыҙы Тәкә ауылында йәшәй. Ул алты йыл социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Теләш һәм Тәкә ауылдарынан 18 кешене ҡарай. Йылы миҙгелдә ауылдар араһындағы араны велосипедта үтә.
Социаль хеҙмәткәр оло йәштәгеләрҙең һәр береһенә аҙнаһына ике тапҡыр барып йөрөй. Уның бурыстары, йәғни хәҙерге заман термины менән әйткәндә, социаль хеҙмәттәр теҙмәһе – бик киң һәм һәр кем өсөн шәхсән. Иң күләмлеһе – йорт хужалығы. Уға һыуға ла барырға, утын да алып килергә, баҡсаны ла утарға, ә ҡышын ҡарҙан таҙартырға тура килә.
– Ҡараған һәр оло кешегә 40 минут ваҡыт бүлергә тейешмен. Был ваҡыт эсендә барыһын да башҡарып өлгөрөп булмай, әлбиттә, күберәк ваҡыт китә, – ти Йәзилә Ғилметдинова. – Ололарға йыш ҡына физик ярҙамдан тыш ихлас аралашыу талап ителә. Уларҙы иғтибар менән тыңларға, күңел йыуатырлыҡ һүҙҙәр табырға һәм дәртләндерергә кәрәк.
Йорт мәшәҡәттәренән тыш, социаль хеҙмәткәрҙең бурыстарына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, беренсе кәрәк-яраҡ тауарҙары һатып алыу, ололарҙы дауаханаға һәм дәүләт учреждениеһына оҙатып барыу, рецепт буйынса медикаменттар алыу инә. Былар барыһы ла ваҡыт, сабырлыҡ һәм көс талап итә.
– Миңә эшемдә тормош иптәшем Алмас ярҙамлаша. Ул халыҡҡа такси хеҙмәттәре күрһәтә һәм, кәрәк булғанда, район үҙәгенән дарыуҙар, башҡа тауарҙар килтерә, – тип һөйләй Йәзилә Фәрит ҡыҙы.
Шулай уҡ Йәзилә Фәрит ҡыҙына балалары ярҙамлаша. Ғилметдиновтар ғаиләһендә улар ­– дүртәү. Өлкән ҡыҙҙары Айгүзәл Себер тарафтарында тәрбиәсе булып эшләй, Ирина А. С. Попов исемендәге Урал радиотехника колледжында уҡый, Айлина – 7-се, Элида 5-се класта белем ала.
– Ҡыҙҙарым Айлина менән Элида миңә түтәл уташалар, магазинға икмәк алырға ла барып киләләр, – ти социаль хеҙмәткәр.
– Хәҙер өлкән йәштәгеләрҙең дә кеҫә телефондары бар, шуға күрә мин һәр саҡ улар менән бәйләнештәмен, хатта ял көндәрендә лә. Уларға һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышам, – тип дауам итә ул.
Эш көнө тамамланғас, Йәзилә Фәрит ҡыҙы өйөнә ашыға. Унда ла бихисап мәшәҡәттәр көтә. Ғилметдиновтар һыйыр малы һәм ваҡ мал аҫрай, ҙур йәшелсә баҡсалары бар.
Йәзилә Ғилметдинова ҡараған ололар – бар ғүмерҙәрен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаған хөрмәтле хеҙмәт ветерандары. Үҙҙәренә ошондай ихлас һәм ярҙамсыл социаль хеҙмәткәр тура килгәненә һөйөнөп бөтә алмайҙар.
– Беҙгә, ололарға, көнкүрештә һәм башҡа өлкәләрҙә ярҙам иткән ойошмалар булғаны өсөн рәхмәтлемен. Улар беҙгә аралашыу мөмкинлеге бирә, ярҙам итә. Йәзилә менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәм. Уның килеүенә сәй ҡуйып торам, хуш еҫле сәй табыны янында һуңғы яңылыҡтар тураһында һөйләшәбеҙ, – ти Теләш ауылынан 90 йәшлек хеҙмәт ветераны Ситдиха Мөжипова.
Ситдиха Ғәзиз ҡыҙы урындағы мәктәптә химия уҡытыусыһы булып эшләгән. Уның педагогик стажы – 35 йыл. Ул – БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Шулай уҡ 1978 йылда БАССР-ҙың уҡытыусылар съезына делегат була, өсөнсө Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезында ҡатнаша. “Хеҙмәт ветераны” миҙалы һәм бик күп грамоталар менән бүләкләнгән.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ситдиха Мөжипова магазинға үҙе йөрөй, квитанциялар буйынса түләй. Шулай уҡ гәзит һәм китаптарҙы күҙлекһеҙ уҡый. Үҙ аллы аят уҡырға өйрәнгән.
Уның ғорурлығы – берҙән-бер улы Рафадик. Ауыр атлетика менән шөғөлләнеп, СССР-ҙың спорт мастеры була, 1989 йылда Башҡортостан чемпионы титулы ала. Әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Һәр отпуск һайын әсәһе янына ҡайта һәм хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: