Әлеге ваҡытта Мәсетле районында 29 китапхана, шул иҫәптән үҙәк район китапханаһы, үҙәк моделле балалар китапханаһы, 27 филиал, 7 стационарҙан тыш хеҙмәтләндереү пункты эшләй. Үҙәк балалар һәм Әләгәҙ ауыл китапханалары моделле статусына эйә.
Муниципаль район китапханаларының китап уҡыусылар аудиторияһында 13136 кеше иҫәпләнә. Китапхана фонды 286844 дана тәшкил итә, шуларҙың 286554-е – баҫма документтар, 86-һы – аудио, 204-е – электрон вариантта.
Үҙәк район китапханаһында Светлана Ғәлимова етәкселегендә (31 йылдан ашыу эш стажы) туғыҙ кеше эшләй: үҙәк моделле балалар китапханаһы мөдире Зилиә Вәлиева (37 йыл), үҙәк район китапханаһы мөдире Зөлфирә Кулова (26 йыл), комплектлау һәм әҙәбиәт эшкәртеү бүлеге мөдире Эльза Закирова (34 йыл), хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Марина Худякова (37 йыл), уҡыу залының баш китапханасыһы Гүзәл Хәйретдинова (23 йыл), китапханасы Эльза Ниғәмәтйәнова (22 йыл), үҙәк моделле балалар китапханаһының баш китапханасыһы Зифа Мөхөтдинова һәм төп китапханасыһы Лилиә Фәтихова.
Әйтергә кәрәк, былтыр үҙәк район китапханаһы “Мәсетле ере яҙыусылары” проекты менән Президент грантына эйә булды. Уны ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә яҡташ яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады тураһында электрон материал тупланды, ә балалар тикшеренеү эштәрендә күнекмәләргә эйә булды, район яҙыусыларының әҙәби мираҫы менән танышты.
Үҙәк район китапханаһы филиалдарында үҙ эшенә тоғро хеҙмәткәрҙәр эшләй: 30 йылдан ашыу Марина Коробкина (Түбәнге Бобин), Илгизә Лоҡманова (Ләмәҙтамаҡ), Дамира Фәхрисламова (Туҡбай); 20 йылдан ашыу Зөлфиә Рәхимова (Оло Аҡа), Людмила Новоселова (Кесе Ыҡтамаҡ), Лилиә Шаһиева (Яңы Мишәр), Гөлнара Төхвәтуллина (Абдулла); 10 йылдан ашыу Эльза Ғәлимова (Әжекәй), Мәрйәм Ғәлимова (Яңы Яуыш), Альмира Мәүликаева (Ҡорғат), Юлиә Ғафарова (Оло Ҡыҙылбай), Эльвира Ибраһимова (Иҫке Мишәр); ун йылдан аҙыраҡ Марина Серебренникова (Әләгәҙ), Наталья Меркурьева (Буртаковка), Гөлназ Әхмәтханова (Дыуан-Мәсетле), Айһылыу Муллабаева (Тайыш), Анфиса Ғәниева (Яңы Мөслим), Индира Йәнәхмәтова (Октябрьск), Гүзәл Миңғолова (Теләш), Эльмира Зәбихуллина (Йонос), Әминә Ҡотлоева (Һөләймән), Данир Хафизов (Һабанаҡ), Гөлфиә Фәтҡуллина (Әбдрәхим), Эльвера Ғәйфуллина (Айып), Надия Абдрафиҡова (Борғатья), Рәмис Таһиров (Мәләкәҫ). Уларҙың барыһы ла – үҙ эшенең оҫталары: заманса мәғлүмәт технологияларын яҡшы беләләр, компьютер буйынса кәрәкле материалдар эҙләү системаһын ойошторалар, уҡыусыларҙың төрлө үтенестәрен үтәйҙәр.
Халыҡты китап уҡыуға йәлеп итеү өсөн берекмәләр эше йәйелдерелгән. Уларҙың һаны бөгөн 40-ҡа яҡын. Шулай итеп, үҙәк китапхана ҡарамағында 2013 йылдан алып “Илһам” әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү клубы һәм “Берегиня” рус мәҙәниәте клубы эшләй, Оло Аҡалағы филиалда – “Йәшлек” һәм “Әхирәттәр”, Кесе Ыҡтамаҡ китапханаһы ҡарамағында – “Уйындар. Балалыҡ донъяһы”, үҙәк моделле балалар китапханаһы ҡарамағында – “Китап уҡыйыҡ”, “Буратино” китап театры” һәм “Өҫтәл уйындарын яратыусылар” түңәрәге, филиалдарҙа – “Оҫта ҡулдар”,
“Хужабикә” һәм башҡа түңәрәктәр.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Оло Аҡа, Ләмәҙтамаҡ, Оло Ҡыҙылбай, Кесе Ыҡтамаҡ, Теләш, Йонос, Һөләймән ауылдары китапханалары ҡарамағында мини-музейҙар, тыуған яҡты өйрәнеү мөйөштәре ойошторолған. Унда тыуған яҡты өйрәнеү тематикаһы буйынса экскурсиялар һәм саралар үткәргәндә сағыу өҫтәмә булып торған боронғо әйберҙәр ҡуйылған.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙәби-музыкаль кисәләр, район конкурстары һәм башҡа төрлө саралар ойоштороп тора. Улар йәмәғәт башланғыстарына әүҙем ярҙам итә, экологик акцияларҙа, шул иҫәптән тирә-яҡты йәшелләндереүҙә һәм йыйыштырыуҙа ҡатнаша. Йәй көнө хеҙмәткәрҙәр балалар менән эшләй, уҡыусылар өсөн экскурсиялар ойоштора. Ә иң мөһиме – китапханасылар үҙҙәренең китап уҡыусыларға ғәжәйеп әҙәбиәт донъяһын асыу тәғәйенләнешен уңышлы башҡара.
Ләйсән АБЗАНОВА.