Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
30 Апрель , 09:00

Тәүлек әйләнәһенә хәүефһеҙлек һағында тора улар

30 апрель – Янғын һағы көнө Ҡыйыу ир-егеттәргә хас маҡтаулы һөнәрҙәр араһында янғын һүндереүсе хеҙмәте почетлы урын биләй. Ошо көндәрҙә был өлкәлә эшләгән кешеләр һөнәри байрам уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә.

Тәүлек әйләнәһенә хәүефһеҙлек һағында тора улар
Тәүлек әйләнәһенә хәүефһеҙлек һағында тора улар

Мәсетле районында 86-сы часть янғын һүндереүселәре, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, төрлө шарттарҙа янғындарҙы һүндерергә һәм кешеләрҙе ҡот-ҡарырға әҙер. Шәхси составта 30 кеше иҫәпләнә, улар өс махсуслаштырылған автомобиль һәм яңы авария-ҡотҡарыу ҡоралы менән тәьмин ителгән.
Янғынға ҡаршы хеҙмәт – ул, иң элек, үҙ эшенә тоғро һәм үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты яуаплы үтәгән кешеләр. Ут менән көрәшеүселәр дисциплина, шәхси яуаплылыҡ, физик көс, сослоҡ, стресҡа ҡаршы тороу һәләтенә эйә. Хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценты был өлкәлә ун йылдан ашыу эшләй. Улар, ҡасандыр янғын һүндереүсе һөнәрен һайлап, хәҙер инде күп йылдар уға тоғро ҡала.
Икенсе дежур ҡарауылда ете кеше хеҙмәт итә: ҡарауыл начальнигы – Роберт Мирхәйҙәров, бүлек командиры – Ришат Мөхәмәтйәров, янғын һүндереүселәр Руслан Фәхрәзиев һәм Владимир Тутынин, водителдәр – Эдуард Федотов һәм Михаил Ярушин, диспетчер – Денис Хәбибуллин.
Кеше ғүмерен, мөлкәтен ҡотҡарыуҙы, табип килгәнсе зыян күреүсегә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙе хәрби хәрәкәткә тиңләргә мөмкин. Янғын һүндереү менән етәкселек иткән кешегә ҡайһы ваҡыт үтә лә ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә, сөнки ул ҡуйылған бурысты үтәү һәм янғын һағы хеҙмәткәрҙәренең именлеге өсөн яуаплы, янғында кешеләрҙе һәм уларҙың мөлкәтен ҡотҡарырға бурыслы. Оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт юҡ, ҡарарҙы шунда уҡ ҡабул итергә кәрәк.
2024 йылдың дүрт айында 86-сы янғын һүндереү часы янғын һүндереүселәре 57 тапҡыр урындарға сыҡҡан, шуларҙың ун дүрт осрағында – янғын һүндерергә (шул иҫәптән береһе янған ҡоро үләнде һүндереүгә), егерме ике осраҡта адрес буйынса саҡырыу ялған булып сыға, ике осраҡ – башҡа сәбәптәр менән, өсәүһе – янғын һүндереү-тактика дәресе, ун алтыһы – хәрби әҙерлекте тикшереү.
Ҡурҡыу белмәү, бер-береңә ярҙам итеү, башҡаларҙың ҡайғыһына битараф ҡалмау – ғәҙәти һәм байрам көндәрендә лә даими әҙер торған янғын һүндереүселәрҙең төп сифаттары.

Екатерина ӘМИРОВА.

Автор: