Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Апрель , 09:00

Елена Шабанова – изге күңелле табип

27 апрель – Халыҡ-ара ветеринарҙар көнө Апрелдең һуңғы шәмбеһендә ветеринарҙар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был өлкәлә эшләүсе белгестәр хайуандарҙы сирҙәрҙән дауалап ҡына ҡалмай, шулай уҡ кешеләрҙе лә малдарҙан йоға торған инфекцияларҙан аралай.

Елена Шабанова – изге күңелле табип
Елена Шабанова – изге күңелле табип

Ветеринария белгесе һәр саҡ абруйлы булды. Элекке заманда ветеринар ролен ябай көтөүсе һәм мал ҡараусы башҡарһа, бөгөн ветеринар табиптар хайуандар өсөн медицина ярҙамы кәрәк булған бөтә өлкәлә лә – ветеринария клиникаларында, ветеринария станцияларында, зоопарктарҙа һәм ауыл хужалығы предприятиеларында эшләй. Мәсетле районы ветстанцияһында мал сирҙәренә ҡаршы көрәш буйынса ветеринар табип бурысын Елена Шабанова башҡара.
Ул Октябрьск ауылында тыуған, һуңынан ғаилә район үҙәгенә күсеп килгән.
– Атай-әсәйем бик күп мал аҫраны, – тип һөйләй белгес. – Хайуандарҙы дауалағанда, шулай уҡ ҡарағанда мин йыш ҡына улар-ға ярҙам итә торғайным. Юғары кластарҙа беҙҙе Дыуан күп профилле колледжына экскурсияға алып бар-ғас, бында килергә ҡарар иттем һәм, мәктәпте тамамлағандан һуң, ветеринария фельдшерына уҡырға индем. Ситтән тороп Башҡорт аграр университетында юғары белем алдым.
Елена Николаевна бер нисә йыл дауамында Оло Ыҡтамаҡ, Салйоғот, Әжекәй, Түбәнге Бобин, Кесе Ыҡтамаҡ ауылдарында ветеринар булып эшләй.
– Участка ҙур, әммә хужалыҡтарҙа малдар йыл һайын кәмей бара, – тип билдәләне Елена Шабанова.
Тәү сиратта, уның бурысы – эпизоотияға ҡаршы планға ярашлы эштәрҙе башҡарыу, дауалау участкаһына ҡабул ителгән ауырыу малдарҙы теркәү, малдарҙы ҡарау, уларҙың ауырыуҙарын, йәрәхәттәрен асыҡлау, малдарҙы терапевтик һәм хирургик дауалау, анализдар алыу һәм башҡалар.
– Миңә эт йәиһә бесәйҙәр генә түгел, диңгеҙ сусҡаларын, йорт ҡуяндарын да килтерәләр, – ти Елена Николаевна. – Һәр пациентты ҡарайым, тейешле саралар күрәм. Һыйыр малы ауырып китһә, барып ҡарайым. Ял көндәрендә лә, ашығыс ярҙам кәрәк икән, телефоныма шылтыраталар, барыһына ла ярҙам итергә тырышам.
Ике ҡыҙы – ярҙамсыһы һәм таянысы уның. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бәләкәсе әсәһе юлынан китергә теләй.
Ошондай изге күңелле һәм ихлас ветеринария табиптары менән аралашҡандан һуң, был һөнәрҙә осраҡлы кешеләрҙең булмауын аңлайһың. Был – көн һайын башҡарылған хеҙмәт. Унда төп бурыс – ярҙамға мохтаж хайуандар хаҡында хәстәрлек күреү.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: