Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Апрель , 09:00

Берҙәмлектә – көс

21 апрель – Урындағы үҙидара көнө Хөрмәтле урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, муниципаль хеҙмәт ветерандары, депутаттар! Һөнәри байрамығыҙ уңайынан изге теләктәрҙе ҡабул итегеҙ! Үҙидара органдары – халыҡҡа иң яҡын власть. Һеҙ халыҡтың ышанысын граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлап һәм уларҙың йәшәү кимәлен күтәреп аҡлайһығыҙ.Мәсетле районының урындағы үҙидара үҫешенә төрлө йылдарҙа ҙур өлөш индергән ветерандарға айырыуса рәхмәт әйткебеҙ килә. Һеҙҙең уңышлы эшегеҙ, тәжрибәгеҙ, инициативағыҙ, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итә белеүегеҙ менән беҙҙең урындағы үҙидара органдары үҫешә, һеҙ булдырған традицияларҙы дауам итә.Был байрам көнөндә урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренә һәм депутаттар корпусына юғары профессионализм, эшкә тоғролоҡ, яуаплылыҡ һәм фиҙаҡәрлек өсөн рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Тыуған районыбыҙҙы матурыраҡ һәм яҡшыраҡ яһарға ынтылғанығыҙ өсөн рәхмәт. Ысын күңелдән һеҙгә үҫеш, билдәләнгән проекттарығыҙҙың һөҙөмтәле тормошҡа ашыуын һәм еңел булмаған, әммә изге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Тормошоғоҙҙа ярҙамсыл, асыҡ, ышаныслы кешеләр күберәк булһын. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ!Зөлфиә Әбүбәкирова, Мәсетле районы Советы рәйесе; Әнис Әсәҙуллин, Мәсетле районы хакимиәте башлығы.

Берҙәмлектә – көс
Берҙәмлектә – көс

Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһенә дүрт ауыл ҡарай: Һабанаҡ, Ҡотош, Һөләймән һәм ауыл советы үҙәге – Ләмәҙтамаҡ. Торама район үҙәгенән 22 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, дөйөм майҙаны 10815 гектар тәшкил итә.


Ауыл биләмәһе хакимиәте
Эшһөйәр, эшлекле, тыуған төйәге өсөн янып-көйгән биләмә башлығы Раил Низамов етәкселегендә ошо татыу коллективта үҙ эшен белгән яуаплы белгестәр эшләй.
20 йылдан ашыу Фәнилә Низамова үҙенә йөкмәтелгән бурысты яуаплы башҡара. Бер йыл самаһы элек килгән йәш белгес Альбина Әкбәрова эш барышында тәжрибә туплай, ә таҙалыҡ һәм тәртипте Мәрйәм Таһирова булдыра.
Әбдрәхим ауылында тыуып үҫкән Миләүшә Ғарипова эштәр идарасыһы булып биш йыл эшләй. Мәсәғүт педагогия колледжында һәм Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында белем алған.
Миләүшә Ғарипова хеҙмәт юлын мәктәптә башлаған, һуңынан Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы булған, күпмелер ваҡыт ауыл китапханаһында эшләгән. 2012 йылдан Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе һайлау комиссияһы рәйесе.
Ауыл советында Миләүшә Ғарипова 2019 йылдан эшләй, ошо ваҡыт эсендә үҙен эшһөйәр һәм яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Район хакимиәтенең, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәренең, район Мәҙәниәт һарайының һәм башҡа бик күп ойошмаларҙың рәхмәт хаттары, почет грамоталары менән билдәләнгән.

Проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу
Ауыл советы башлығы Раил Низамов һүҙҙәренсә, ауыл биләмәһендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла, ошо проект ярҙамында Ләмәҙтамаҡ ауылындағы ауыл клубы биләмәһе кәртәләнгән, яҡтыртыу системаһы яңыртылған, тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырылған.
2023 йылда тораҡ пункттарҙың тышҡы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу буйынса республика программаһы ярҙамында Ләмәҙтамаҡ, Һөләймән ауылдарында таяуҙар һәм яҡтылыҡ приборҙары ҡуйылған.
Бөгөн ауыл биләмәһендә юлдар төҙөкләндерелә, контейнер майҙансыҡтары йыһазландырыла. Киләсәктә “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен үҫтереү” программаһында ҡатнашырға ниәтләйҙәр.
2016 йылдан алып ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында әүҙем ҡатнаша, уның ярҙамында көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә. Бынан алдағы йылдарҙа В. Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә тәҙрәләр алмаштырылған (2021 йыл), Ҡотош һәм Ләмәҙтамаҡ ауылдарының зыяраты кәртәләп алынған (2023).
“Атайсал” проекты буйынса Һөләймән ауылында былтыр яңы мәсет төҙөлдө. Бындай башланғыс менән Рафинат Байрамов, Азат һәм Альбина Ғариповтар сығыш яһаны. Һөләймән ауылы халҡы был изге эшкә тос өлөш индергән.
Быйыл Һөләймән ауылы “Айыҡ ауыл – 2023” конкурсының муниципаль этабында еңеүсе булды. Бөтә саралар ҙа халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеп, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү маҡсатында үткәрелә.
– Беҙ уларға уңыштар теләйбеҙ һәм республика этабында һөләймәндәрҙең еңеүен көтәбеҙ, – тине Раил Юламан улы.

Арт-объекттар
– Ауылдарҙа ижади идеялы һәм әүҙем кешеләр йәшәй. Мәҫәлән, Һөләймән ауылында йәшәүселәр йөрәк рәүешендә арт-объект эшләп ҡуйған, ул иҫтәлекле урынға әүерелде. Уны шәхси эшҡыуар Марат Хажиев төҙөгән, ул сүкеп әйберҙәр етештереү менән шөғөлләнә ине, – тип һөйләй ауыл биләмәһе башлығы.
Һабанаҡ ауылында ауыл старостаһы башланғысы менән “Мин Һабанаҡты яратам” арт-объекты барлыҡҡа килде. Бағыусы һәм ойоштороусы булып ауыл йәштәре сығыш яһаны. Шулай уҡ Һыйыртауҙа шиғри юлдар яҙылған плита урынлаштырылған. Ләмәҙтамаҡ ауылында 1991 йылғы сығарылыш уҡыусылары “Мин Ләмәҙтамаҡты яратам” арт-объектын ҡуйған. Ҡотош ауылында арт-объект территорияһын төҙөкләндереү эштәрен тамамларға ҡалған. Уның инициаторҙары һәм бағыусылары булып ауыл йәштәре тора.
Ауыл халҡы башланғысы менән Беренсе май урамында аллея булдырылған. Идея авторҙары – Ирина һәм Урал Әхмәҙуллиндар. 46 шыршы һәм йүкә үҫентеһе ултыртыл-ған. Аллея биләмәһе тимер бағаналар һәм селтәр менән уратып алынған.

Халыҡты әйҙәүселәр
Өмәләрҙе һәм төрлө сараларҙы ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа депутаттар, старосталар, мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ҙур ярҙам күрһәтә.
Йәш һәм әүҙем кешеләрҙең береһе – Һабанаҡ ауылынан Айнур Зәбихуллин. Ул үҙ эштәре менән тыуған яғына һөйөүен раҫлай: мәсет имамы, мас-рестлинг буйынса тренер, йәмәғәтсе, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, “Аиша” хәйриә йортона нигеҙ һалыусы һәм ирекмән, шулай уҡ “Атайсал” проектында ҡатнашыусы.
2020 йылда Айнур Зәбихуллинды ауыл старостаһы итеп һайланылар. Эште ул өмәләрҙән башланы, һөҙөмтәлә тауҙар, урмандар, Әй йылғаһы буйы һәм юл ситтәре сүп-сарҙан таҙартылды. Ул әле лә уларҙы әүҙем үткәрә һәм ауыл биләмәһен, уның тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартыу менән даими шөғөлләнә. Шулай уҡ экологияны яҡшыртыу өсөн мәсет биләмәһендә уның башланғысы менән пластик шешәләр йыйыу өсөн контейнер ҡуйылған.
Айнур Зәбихуллиндың тормошонда иң мөһим проект булып ҡыҙының хөрмәтенә атал-ған “Аиша” хәйриә йорто тора. Уның төп маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү.
Айнур Айрат улының пландарында – ауылдаштарына ярҙам күрһәтеүҙе дауам итеү, тыуған яҡты төҙөкләндереү. Киләсәктә Һабанаҡ ауылында тарих ҡомартҡыһын ҡуйыу, балалар өсөн хоккей ҡумтаһын төҙөй башлау һәм башҡа эштәр.
Әүҙем халыҡ тураһында һүҙ йөрөткәндә, Ҡошсо ырыуы аҡһаҡалы, бал музейы етәксеһе Әхмәтнур Хафизовты билдәләмәй булмай. Ул – төрлө сараларҙы ойоштороусыларҙың береһе. Шулай уҡ МХО зонаһына бал тейәлгән посылкалар оҙатыуға ла әүҙем өлөш индерә.
Әхмәтнур Әүбәкер улы үҙенең эштәре менән хөрмәткә лайыҡ. Туғыҙ йыл парторг, шул сама ауыл советы рәйесе вазифаһын башҡарған. Мәсетте тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән.
Гуманитар йөк йыйыуҙа Һөләймән ауылы умартасыһы Булат Шәмсиәров та ярҙам күр-һәткән, ул яугирҙар өсөн 1 тонна шифалы бал оҙатҡан.
Халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, башҡорттарҙың традицион кейемен тергеҙеүгә “Ағинәйҙәр” һәм “Әхирәттәр” ойошмалары һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары тос өлөш индерә. Етәкселәр – Әлмирә Сәбиғийәрова, Илгизә Лоҡманова, Фәйрүзә Дусмөхәмәтова, Сәлимә Яҡупова. Совет депутаты Анзалита Мусина 2023 йылда һәм “Ағинәйҙәр” берләшмәһе етәксеһе Фәйрүзә Дусмөхәмәтова 2021 йылда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы наградаларына лайыҡ булды.
Әлеге ойошмалар МХО яугирҙарына посылка йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Хафизовтарҙың “Батыр” һәм Зәйнетдиновтарҙың “Мираҫ” ғаилә ансамблдәре ауылдың ғорурлығы булып тора. Улар район һәм республика кимәлендәге байтаҡ сараларҙа уңышлы ҡатнаша.
– Һабанаҡ ауылын спорт яратҡан ауыл тип атарға мөмкин. Совет депутаты Илгизәр Ғилметдинов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәфисә Әхмәтйәнова һәм староста Айнур Зәбихуллин етәкселегендә улар күп кенә район һәм зона спорт ярыштарында ҡатнаша, призлы урындар яулай, – ти Раил Низамов.
Айнур Зәбихуллин (2023), Илгизәр Ғилметдинов (2022) һәм ауыл советы депутаты Фларит Зәйнетдинов (2020) “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ. Улар – күп балалы ғаилә иҫәбендә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара һәм балаларын ил патриоты итеп тәрбиәләй, йәштәр өсөн өлгө булып тора.

Йүнсел кешеләр
Раил Низамов һөйләүенсә, ауыл советы биләмәһендә мәҙәни үҙәк, ике ауыл клубы, өс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсалары, бер почта, биш шәхси магазин һәм ике юл яны кафеһы уңышлы эшләп килә.
Әлеге ваҡытта Ләмәҙтамаҡ ауылы биләмәһендә Гүзәл Денисованың быйма баҫыу цехы, Мөхәрәмовтар ғаиләһе етәкселегендә автосервис һәм тәгәрмәс алмаштырыу хеҙмәте эшләй. Ғариповтар ғаиләһе ауыл халҡынан һөт йыйыу менән шөғөлләнә. Яңыраҡ Рәфил Зәйнетдинов та үҙ автосервисын асҡан.
2023 йылда йәш шәхси эшҡыуарҙар Сөмбөл Йәрмөхәмәтова һәм Олеся Ғәләүетдинова үҙ эшен башлап, “Агростартап” программаһы буйынса грант отто.
“Үҙәк” МТС-ы, “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Хәйретдинов” крәҫтиән-фермер хужалығы, С. А. Йәрмөхәмәтованың шәхси предприятиеһы, “Таң” ауыл хужалығы етештереү кооперативы ауыл биләмәһендә эшләгән эре ауыл хужалығы предприятиелары булып тора.
Бындай йүнсел кешеләр ауылдарҙа эш урындары булдырҙы. Ауыл биләмәһе халҡы мал, ҡош-ҡорт һәм бал ҡорттарын үрсетеү менән шөғөлләнә.
Бөтә ауылдарҙа ла кәрәк-яраҡ һатылған магазиндар бар. Уларҙың хужалары мәҙәни-ял сараларының бағыусылары булып тора.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: