Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡшы слесарь – ҡиммәтле хеҙмәткәр

Йыл һайын марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Улар – ауыл һәм ҡалаларҙа таҙалыҡ, уңайлылыҡ һәм матурлыҡ булдырыу өсөн тырышлыҡ һалған кешеләр.

Яҡшы слесарь – ҡиммәтле хеҙмәткәр
Яҡшы слесарь – ҡиммәтле хеҙмәткәр

Халыҡ мәнфәғәтендә эшләгән шундай хеҙмәткәрҙәрҙең береһе – “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте слесарь-сантехнигы һәм бер үк ваҡытта токары Хәлимулла Хөснөтдинов. Ойошмала ул 16 йыл эшләй.
Хәлимулла Миндулла улы Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылында тыуып үҫкән. Үҙенең ауылында һигеҙ класты тамамлағандан һуң, күрше Ҡарлыхан ауылында уҡыуын дауам итә, һуңынан Силәбе өлкәһе Касли ҡалаһының һөнәрселек училищеһында токарь һөнәрен үҙләштерә. Артабан хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Ҡаҙағстандың Семипалатинск өлкәһендәге ракета ғәскәренә тәғәйенләнә.
Демобилизациянан һуң Златоуст ҡалаһының машиналар эшләү заводына урынлаша, эш ваҡытында квалификацияһын күтәрә. Ошо осорҙа ул Вера Нәжип ҡыҙын осратып, ғаилә ҡора. Йәштәр Вераның ата-әсәһе янына, Ҡаҙағстандың Кустанай ҡалаһына, күсеп китә. Ике ҡыҙҙары донъяға килә. Оксана әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Елена китапханасы белемен алған һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылында һөнәре буйынса хеҙмәт итә.
Кустанай ҡалаһында Хәлимулла Хөснөтдинов 13 йыл совхозда эшләй. 1999 йылда улар Мәсетле районына күсеп килә. Ғаилә башлығы “Башсельстрой” акционерҙар йәмғиәтенең колхоз-ара күсмә механизацияланған колоннаһында токарь булып хеҙмәт юлын дауам итә. 2007 йылда “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә күсә.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында улар күркәм йорт һалып сыҡҡан. Тормош иптәше медицина хеҙмәткәре булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Слесарь үҙ участкаһын яҡшы өйрәнгән, проблемалы урындарҙы аныҡ белә һәм авария булыуына юл ҡуймай, барлыҡ етешһеҙлектәрҙе алдан төҙәтеп, “перспективаға” эшләй. Халыҡ уға мөрәжәғәт итә, оҫтаның заявканы тиҙ һәм сифатлы үтәйәсәген белә.
Хәлимулла Миндулла улының эш кешеһе булыуын уның бихисап маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары дәлилләй.
– Коллегабыҙ егәрле, яуаплы һәм ярҙамсыл кеше, уға һәр саҡ таянырға мөмкин, – тиҙәр уның хаҡында ойошмала.
Бөгөн торлаҡ-коммуналь тармаҡ эшендә теоретик белем дә, тәжрибә лә мөһим. Заманалар үҙгәрә, слесарлыҡ эштәрен башҡарыу технологиялары ла, материалдар ҙа үҙгәреш кисерә – быларҙы үҙләштерергә кәрәк. Хәлимулла Хөснөтдинов заман менән бергә атларға тырыша, ниндәйҙер яңылыҡҡа өйрәнергә иренмәй. Ә йәш быуынға шундай эшенә тоғро кешеләрҙән өлгө алырға кәрәк.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: