Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Февраль , 09:50

Алтын ҡуллы һәм ҙур тәжрибәле табип

Бөгөн Бөтә донъя стоматологтар көнө билдәләнә. Рәсәйҙәр өсөн был сағыштырмаса йәш байрам – календарҙа 2001 йылда ғына барлыҡҡа килә.

Алтын ҡуллы һәм ҙур тәжрибәле табип
Алтын ҡуллы һәм ҙур тәжрибәле табип

Арабыҙҙа бөтә тештәре лә сәләмәт булыуы менән маҡтанырлыҡ кешеләр бик һирәк. Ваҡыт уҙыу менән тештәрҙең торошо үҙгәрә һәм уларҙы тәртипкә килтерер өсөн беҙ табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Стоматолог хеҙмәтенә һорау һәр ваҡыт булды, ә бөгөнгө йәмғиәттә ул бигерәк тә популяр. Теш табиптарының эше мөһим һәм халыҡ өсөн бик тә кәрәкле.
Илгиз Мөхәмәтов 40 йылдан ашыу Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында яҡташтары мәнфәғәтендә стоматолог-хирург булып хеҙмәт итә. Ул – тәжрибәле оҫта табип. Үҙ белеменә һәм тәжрибәһенә таянып, теште һурырғамы йәиһә дауаларғамы икәнлеген аныҡ билдәләй.
Буласаҡ табип 1959 йылда Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инергә ҡарар итә.
– Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә бик яратҡанлыҡтан, мәктәп йылдарында сәнғәт училищеһына уҡырға инергә теләгем бар ине. Венера апайым табип һөнәрен һайларға кәңәш итте. Имтихандарҙы уңышлы тапшырҙым, әммә дауалау факультетына уҡырға инеү өсөн балдарым етмәне. Шул уҡ йылда медицина институтында стоматология факультеты асылды, унда күскән булһам, балдарым буйынса үтер инем, әммә киләһе йылда йәнә дауалау бүлегенә үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Өйгә ҡайтҡас, ПМК-9 ойошмаһына төрлө эштәр башҡарыусы булып урынлаштым. Бер йыл эшләнем. Был ваҡытта инде мин теш табибы һөнәрен һайларға ныҡлы ҡарар иттем, – тип һөйләй Илгиз Фәхретдин улы.
Уҡыуын тамамлағандан һуң йәш белгес яҡташтарын дауалау теләге һәм ата-әсәһенә яҡыныраҡ булыу ниәте менән үҙенең тыуып-үҫкән еренә ҡайтырға ҡарар итә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ул ваҡытта районда стоматологтар бөтөнләй булмай һәм был йүнәлештә Илгиз Мөхәмәтовҡа эште башлап ебәреү яуаплылығын үҙ өҫтөнә алырға тура килә. Йәш белгес көнөнә 40-ҡа яҡын пациентты ҡабул итә.
– Эш көнө һуңына ҡулдар арығанлыҡтан ауырта ине, – тип хәтерләй ул. – Әммә, шуға ҡарамаҫтан, мин пациенттарҙы һуңғыһына тиклем ҡабул иттем, сөнки күптәр йыраҡ ауылдарҙан килә, ә район үҙәгенә барып етеү элек еңелдән булманы. Бер осраҡты әле лә яҡшы хәтерләйем: кинотеатрға барғайным, фильм уртаһында мине эҙләп таптылар. Бер кешегә ашығыс ярҙам күрһәтергә кәрәк икән. Бындай ашығыс ярҙам талап ителгән осраҡтар тормошомда күп булды, төн уртаһында ла саҡырып сығаралар ине. Эш осоронда ошоға иғтибар иттем: күп кенә ир-егеттәр ауыртыуҙы баҫа торған инъекцияны ҡуйҙырыуҙан ҡурҡа, теште анестезияһыҙ һурырға һорағандар ҙа булды, – ти ул.
Эшенең еңел булмауына ҡарамаҫтан, Илгиз Мөхәмәтов был һөнәрҙе һайлағанына бер ҙә үкенмәй. Ярҙам һорап килеүселәрҙең, теш ауыртыуы баҫылып, хәле еңеләйеүен күреүҙән дә ҙурыраҡ ҡыуаныс бармы икән табип өсөн?! Профессионалдың тырыш хеҙмәте менән йөҙәрләгән ғүмерҙәр ҡотҡарылған.
Ваҡыт үтеү менән районда стоматологтар штаты киңәйтелә. Бөгөн Илгиз Фәхретдин улы теш һурыу менән генә шөғөлләнә. Уға ярҙам һорап балалар ҙа, өлкәндәр ҙә мөрәжәғәт итә. Ул бөтә пациенттарҙың да хәленә инә белә, процедура алдынан тынысландырырға тырыша.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте менән Илгиз Мөхәмәтов райондаштары араһында лайыҡлы ихтирам яуланы, күп пациенттар уға бик рәхмәтле. Илгиз Фәхретдин улының хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалмай: рәхмәт хаттары һәм грамоталар менән бүләкләнгән. Әммә табип өсөн төп награда – пациенттарының ихлас рәхмәте.
Ял көндәрендә Илгиз Фәхретдин улы тәбиғәт ҡосағына сығырға ярата: балыҡ ҡармаҡлай, бәшмәк, еләк йыя.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: