Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
12 Ғинуар , 11:45

Төп бурыс – закондың үтәлешен күҙәтеү

Бөгөн Рәсәйҙә Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Күҙәтеү органы 320 йылдан ашыу эшләй. Ул Петр I ваҡытында ғәҙелһеҙлекте, ришүәтселекте һәм законһыҙлыҡты бөтөрөү өсөн булдырылған.

Төп бурыс – закондың үтәлешен күҙәтеү
Төп бурыс – закондың үтәлешен күҙәтеү

Совет осоронан һуң прокуратура үҙ аллы институтҡа әүерелә. Хәҙер ҙә уның бурысы элекке кеүек – закондарҙың, кеше хоҡуҡтары һәм азатлығының, шулай уҡ Рә- сәйҙә Конституцияның үтәлешен күҙәтеү.
Мәсетле районы прокуратураһы 1965 йылдың февралендә ойошторолған. Төрлө йылдарҙа район прокуроры вазифаһын Флүзә Аҡмалова (1997 – 2006 йылдар), Рафаэль Дәминев (2006 – 2008), Ринат Амантаев (2008 – 2015), Динар Шакиров (2015 – 2017), Азамат Шәйбәков (2018 – 2023) башҡарҙы. 25 йылдан ашыу район прокуратураһында Гөлзинә Хәсәнова, 19 йылдан ашыу водитель булып Зөфәр Хәйретдинов эшләне.
2023 йылдың сентябренән район прокуроры вазифаһын Радмир Хәбиров башҡара. Шулай уҡ эштәрҙе прокурор урынбаҫары Руслан Ғәлләмов һәм ярҙамсыһы Элина Шәйкамалова алып бара. Район прокуратураһы эшенә 1-се разрядлы белгес Айһылыу Мөхөтдинова һәм водитель Илнур Хәкимов тос өлөш индерә, прокуратура бинаһында таҙалыҡты Гөлсирә Иҡсанова булдыра.
Әлеге ваҡытта прокуратура органдарының төп көстәре енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса бөтә хоҡуҡ һаҡлау системаһы эшен координациялауға, граждандарҙың хеҙмәт, торлаҡ һәм башҡа хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән. Балиғ булмағандарҙың, инвалидтарҙың һәм башҡа социаль яҡланмаған категорияның хоҡуҡтарын яҡлауға айырым иғтибар бирелә.
2023 йылда район прокуратураһы 669 закон боҙоу осрағын асыҡланы, граждандар-ҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн судҡа 74 дәғүә ғаризаһы ебәрелгән, федераль ҡануниәтте боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында 232 күрһәтмә индерелгән, улар ҡәнәғәтләндерелде, 238 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡ тотто, прокурор тарафынан асылған эштәр буйынса 80 вазифалы кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Күпселек осраҡта район халҡы прокуратураға торлаҡ, хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу, льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре граждандарға аңлатма бирә, кәрәк бул-ған осраҡта яҙма мөрәжәғәттәр ҡабул итә. Уҙған йылда район прокуратураһы граждандарҙың 228 мөрәжәғәтен хәл итте. Мәҫәлән, инвалид баланы техник реабилитация сараһы менән тәьмин итмәү факты буйынса район прокуратураһы Рәсәй Федерацияһы Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡорт-остан Республикаһы буйынса бүлексәһе адресына күрһәтмәләр индерҙе, уны ҡарау һөҙөмтәләре буйынса инвалид бала техник реабилитация сараһы менән тәьмин ителде.
Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу өлкәһендә контракт системаһы тураһында ҡануниәт үтәлешен тикшереү һөҙөмтәһендә, 2023 йылдың мартында Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы хакимиәте һәм шәхси эшҡыуар араһында Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Көньяҡ” биҫтәһенең, Яңы Мөслим ауылы мәҙәниәт һәм ял парк-
тарын төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе башҡарыуға ике муниципаль контракт төҙөлгәне асыҡланды. Әммә подрядсы билдәләнгән ваҡыт эсендә асфальт һәм резина япма йәйеү, яҡтыртҡыстар һәм юл билдәләре ҡуйыу, билдәләр һыҙыу, ҡорамалдарҙы монтажлау эштәрен тамамламаған. Кисектерелгән осор – бер айҙан ашыу. Шуға бәйле район прокуратураһы баш-ланғысы менән шәхси эшҡыуар РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 7.32-се статья-һының 7-се өлөшө буйынса 30 мең һум күләмендә штраф формаһында административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Ағымдағы йылда район прокуратураһы эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре – закондарҙың үтәлешен, кеше һәм граждан хоҡуҡтары, азатлығы үтәлеүен күҙәтеү.
Радмир ХӘБИРОВ,
район прокуроры.

 

Фото

Автор: