Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Декабрь 2023, 09:00

Александр Владимирович – үҙ эшенең оҫтаһы

Электр селтәрҙәрендә эшләүселәрҙең еңел булмаған хеҙмәте тураһында электр менән өҙөклөктәр булғанда ғына иҫкә алабыҙ. Ә электр энергияһы – һәр беребеҙ тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Уның беҙҙең йорттарға етеүен көнө-төнө күҙәткән кешеләргә рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Бөгөн үҙҙәренең һөнәри байрамын энергетиктар билдәләй, уларҙың ауыр һәм ныҡышмалы хеҙмәте һөҙөмтәһендә производствоның бөтә тармаҡтары ла тулы ҡеүәтенә эшләй.

Александр Владимирович – үҙ эшенең оҫтаһы
Александр Владимирович – үҙ эшенең оҫтаһы

Мәсетле районында электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү менән ике ойошма шөғөлләнә: “ГИП-Электро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең айырым бүлексәһе һәм Мәсетле РЭС-ы коллективтары. Уларҙың оператив эше һөҙөмтәһендә авариялар ваҡытында бөтөрөлә, район халҡының шәхси хужалыҡтары һәм ойошмалар электр энергияһы менән тулы күләмдә тәьмин ителә. Электриктар тотороҡло эшләү өсөн барыһын да башҡарырға тырыша: таяуҙарҙы, иҫке сымдарҙы заманса кабелдәргә алмаштыра, план буйынса ағастарҙы киҫә.
Мәсетле районы электр станцияһында Тимур Ғәлимйәнов етәкселегендә 35 кеше эшләй. Иң тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе – Александр Коженков, уның хеҙмәт стажы 43 йыл тәшкил итә.
Александр Владимирович Ҡурған өлкәһе Лебяжье ҡасабаһында тыуған. 1962 йылда ғаилә Мәсетле районына күсеп килә.
– Бында атай-әсәйем Мәсетле электр станцияһында эшләй башланы: атайым – өлкән диспетчер, әсәйем диспетчер булды, – тип һөйләй Александр Коженков. – Атайымдың был өлкәлә дөйөм стажы – 40 йыл. Миңә уларҙың эш урынында булыу оҡшай ине. Беҙ яҡын йәшәнек, мин улар янына йыш ҡына бара торғайным. Шуға күрә мәктәптә уҡып сыҡҡандан һуң кем булырға теләгәнемде белә инем инде.
Әле Александр Владимирович авария-саҡырыу бригадаһында электромонтер булып эшләй. Саҡырыуға хеҙмәттәше менән сыға. Эштәрҙе башҡарғанда электромонтерҙар бер-береһенә ярҙам күрһәтә, хәүефһеҙлекте тәьмин итә.
– Хәҙерге йорттарҙа күп нәмә электр утына бәйле, шуға күрә эшем ныҡ талап ителә, – тип һөйләүен дауам итә ул. – Коллегаларыбыҙ менән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан тыш, Мәсетле районының барлыҡ ауыл биләмәләрен хеҙмәтләндерәбеҙ. Беҙҙең эштә бурыстарға етди ҡарарға, иғтибарҙы тупларға, күпте белергә, эш инструкцияларын күҙ уңында тоторға кәрәк. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында һәм һауа шарттарында саҡырған урынға сығабыҙ.
Александр Коженковтың намыҫлы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалмаған, ул ойошма етәкселегенең бик күп маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Ҡатыны Вәсимә Вәрис ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бер улдары атаһы юлын һайлап, Екатеринбург ҡалаһының электр селтәрҙәрендә инженер булып эшләй. Хәҙер Коженковтар ғаиләһе – бәхетле олатай менән өләсәй: уларҙың дүрт ейәне бар. Эштән буш ваҡытта ғаилә башлығы умартасылыҡ менән шөғөлләнә.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: