Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Ноябрь 2023, 09:15

Йәмғиәт һәм граждандар именлеге һағында

Бөгөн, 10 ноябрҙә, Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә.Был орган хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, күмәк саралар үткәргәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итә, енәйәттәрҙе булдырмау һәм асыу, шәхси милекте, дәүләт һәм коммерция объекттарын һаҡлау менән шөғөлләнә.

Йәмғиәт һәм граждандар именлеге һағында
Йәмғиәт һәм граждандар именлеге һағында

Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеген Андрей Киряков етәкләй. Уның ҡарамағында 66 кеше эшләй. Полиция бер нисә хеҙмәттән тора, уларҙың эшмәкәрлеге бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Полиция начальнигы – Айгиз Миңлеәхмәтов.
Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлегендә биш кеше эшләй, уларҙың барыһы ла – юғары класлы профессионалдар. Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге начальнигы – Илсур Әбдрәхимов.
Енәйәттәрҙе асыуҙа күп кенә полиция хеҙмәттәре ҡатнаша һәм уларҙың бөтә эше тәфтишсе, тәүтикшереүсе алып барған енәйәт эшендә туплана. Тәфтиш төркөмө начальнигы – Илнур Вәхитов, тәүтикшереү төркөмө етәксеһе – Фәдис Сафиев. Уларҙың яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә енәйәттәрҙең дөйөм һанының, уҙған йыл менән сағыштырғанда, кәмеү тенденцияһы һаҡлана (7,6 процентҡа).
Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр һаны 23,7 процентҡа кәмегән. Иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары өлкәһендә енәйәттәрҙең 37,5 процентҡа артыуы күҙәтелә.
Йәмәғәт именлеген тәьмин итеүгә көн һайын участка уполномоченныйҙары ҙур өлөш индерә, уларҙың эше менән Вадим Хәбибуллин етәкселек итә.
Йәш быуын араһында енәйәтселекте иҫкәртеү һәм туҡтатыу өсөн яуаплылыҡ балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәренә һалынған.
Тармаҡ-ара оператив идара итеүҙең мөһим органы – штаб. Уның бурысы – енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә комплекслы бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа бөтә хеҙмәттәрҙең һәм подразделениеларҙың көсөн координациялау.
Штабтың структур подразделениеһы булып дежур часть тора, улар 02 номеры буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә һәм мәғлүмәтте тейешле хеҙмәттәргә тапшыра.
Эске эштәр министрлығы эшендә кадрҙар бүлеге лә ҙур роль уйнай, уның начальнигы – Ленария Хаматуллина. Бүлек кадрҙар потенциалын һаҡлау һәм нығытыу, уларҙы уҡытыу һәм кадрҙарҙы урынлаштырыу менән шөғөлләнә.
Лариса Зиннәтуллина етәкләгән бухгалтерия хеҙмәте бөтә хеҙмәттәрҙең дә өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә. Сөнки бухгалтер эш хаҡы биреп кенә ҡалмай, ә командировкаларға сығыуҙы ла финанслай. Канцелярия эшен Ләйсән Ғиниәтуллина етәкләй, бөтә документация йыл һайын ошо бүлек аша үтә.
Шулай уҡ миграция мәсьәләләре буйынса бүлек үҙ эшен тейешенсә ентекле башҡара. Уларға кешеләр менән генә түгел, ә күп мәғлүмәт менән дә эшләргә кәрәк. Эште Илнур Нәбиуллин координациялай.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген ЮХХДИ бүлеге хеҙмәткәрҙәре контролдә тота, уларҙың эшенә Вадим Шәрипов етәкселек итә.
Тикшереү, һаҡ аҫтына алынғандарҙы һаҡлау һәм күсереү, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәргә ҡарата-процессуаль сараларҙы тәьмин итеү ваҡытлыса тотоу изоляторы подразделениеһына йөкмәтелә. Был эш Илмир Зәбихуллин күҙәтеүе аҫтында хеҙмәткәрҙәр тарафынан башҡарыла.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: беҙҙең райондың өс полиция хеҙмәткәре махсус хәрби операция зонаһында булды. Уларҙың береһе унда билдәле ваҡыт буйынса хеҙмәт үтте, бүлектән ике хеҙмәткәр Донецк Халыҡ республикаһында командировкала булды.
Бинаны Татьяна Балахонцева таҙа һәм тәртиптә тота.
Әйткәндәй, бөгөнгө көндә Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлегендә 11 вакантлы вазифа бар. Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаиләләре өсөн төрлө льготалар, түләүҙәр ҡаралған.
Екатерина ӘМИРОВА.

Йәмғиәт һәм граждандар именлеге һағында
Йәмғиәт һәм граждандар именлеге һағында
Автор: