Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
29 Октябрь 2023, 09:00

Водитель эшендә иң мөһиме – яуаплылыҡ

Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә водителдәр һөнәри байрамдарын – Автомобилистар көнөн билдәләй. Байрам алдынан район хакимиәте водителе Шамил Яҡупов менән әңгәмәләштек.

Водитель эшендә иң мөһиме – яуаплылыҡ
Водитель эшендә иң мөһиме – яуаплылыҡ

Район хакимиәтендә водитель булып ул алты йыл эшләй. Район хакимиәтендә – бөтәһе дүрт водитель. Ир-егеттәр коллективында барыһы ла үҙ-ара дуҫтатыу, намыҫлы һәм ышаныслы. Улар тапшырылған транспортты хәстәрләп ҡарай, ваҡ ремонтты үҙҙәре башҡара. Һәр ваҡыт бәйләнештә һәм юлға сығырға әҙер булыу – Шамил Баязит улы кеүек яуаплы һәм дисциплиналы хеҙмәткәрҙәр нәҡ ошондай сифаттарға эйә.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Шамил Баязит улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн гуманитар йөктө оҙатып барыуҙа өс тапҡыр ҡатнашты.
– Сираттағы гуманитар ылау менән барғанда яҡташтарыбыҙ менән йәнә осрашыу – ҙур ҡыуаныс. Һәр осрашыу тулҡынландыра. Артабан да барып торасаҡбыҙ, ярҙам итәсәкбеҙ, беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ, – ти Шамил Яҡупов.
Шамил Баязит улы Әләгәҙ ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсәһе – ауылда бик хөрмәтле кешеләр. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт училищеһында белем ала. Һуңынан, 1991 йылдан 1993 йылға тиклем, Рәсәй Хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәгәндән һуң 10 йыл мәҙәниәт өлкәһендә эшләй, аҙаҡтан ғаиләһе менән Яр Саллы ҡалаһына барып урынлаша һәм унда һигеҙ йыл дауамында “КамАЗ” автомобиль заводында эшләй. Артабан һигеҙ йыл Себер тарафтарында вахта ысулы менән төҙөүсе була. Һәм бына инде 12 йылдан ашыу улар Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй.
Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлаған, хәҙер – аспирант. Ҡыҙҙары шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының география факультетында уҡый.
Һәр водителдең хеҙмәте ҡатмарлы һәм яуаплы. Йәйәүлеләрҙең һәм пассажирҙарҙың именлеге водителдең үҙ эшенә, техникаға нисек ҡарауына бәйле. Ә беҙҙең водителдәр һәр ваҡыт яуаплы.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: