Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
29 Октябрь 2023, 10:00

Эш көндәрендә лә, байрамдарҙа ла – руль артында

Хуш еҫле йылы икмәк, ҡабарып бешкән бәлештәр, тәмле күмәстәр – беҙ бөгөн был ҡамыр аштарын һатып алырға мөмкин икәнлегенә күнеккәнбеҙ. Ә улар магазин кәштәләренә килеп етһен өсөн бик күп кеше иртә таңдан көс түгә. Бөгөн уларҙың береһе – шәхси эшҡыуар Наталья Зырянованың ойошмаһында эшләгән водитель Степан Лавринович тураһында һүҙ барасаҡ.

Эш көндәрендә лә, байрамдарҙа ла – руль артында
Эш көндәрендә лә, байрамдарҙа ла – руль артында

Степан Борисович 1964 йылдың 8 июнендә Свердловск өлкәһе Тугулым районы Ошкуково ауылында тыуған. Уның әсәһе Галина Андреевна – совхоздың кадрҙар бүлеге инспекторы, атаһы Борис Александрович механизатор булып эшләй. Степан Лавринович Ошкуково урта мәктәбенең 10 класын, һуңынан Кармак һөнәрселек училищеһын тамамлай, водитель һөнәренә эйә була.
1985 йылда Свердловск ҡалаһында Елена Ивановна менән таныша. Йәштәр бер-береһен шунда уҡ оҡшата һәм бер аҙҙан яҙмыштарын бәйләргә ҡарар итә. 1986 йылдың башында улар Оло Ыҡтамаҡ ауылына, буласаҡ ҡатынының тыуған яғына китәләр, унда тиҙҙән өйләнешәләр. Шул уҡ йылдың яҙында Степан Борисовичты армияға саҡыралар, ул Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә хеҙмәт итә.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, Степан Лавринович район ҡулланыусылар йәмғиәтенә водитель булып эшкә урынлаша.
– Үҙемде күпме иҫләйем, һәр ваҡыт шофер булырға хыялландым. Теләгем тормошҡа ашты, мин инде 40 йыл водитель, – тип һөйләй Степан Борисович.
– Тыйнаҡ, эшһөйәр, башҡарыусан хеҙмәткәр – коллегалары уның тураһында шулай тип әйтә.
Водителдең эш көнө иртәнге сәғәт 7-се яртыла башлана: Оло Ыҡтамаҡ ауылы буйлап 19 сауҙа нөктәһен урап сығырға һәм продукцияны таратырға кәрәк.
– Арыта, әлбиттә, әммә был эш миңә кинәнес кенә килтерә, мин халыҡ мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүемде аңлайым, – ти Степан Лавринович.
Быйыл апрелдә ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында “Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә иң яҡшы хеҙмәткәр” тип табыла.
Бөтә башланғыстарында ла уға 38 йыл бергә йәшәгән тоғро ҡатыны Елена Ивановна ярҙам итә. Улар ҡыҙҙары Анна менән Натальяны тәрбиәләп үҫтерәләр, уларға юғары белем алырға ярҙам итәләр, кейәүгә биреп, үҙ аллы тормошҡа сығаралар. Анна Екатеринбург мәктәбендә математика һәм информатика уҡытыусыһы булып эшләй, Наталья – декрет ялында. Олатай менән өләсәйҙе яратҡан ике ейәне һәм ике ейәнсәре ҡыуандыра. Йәйгеһен ҡыҙҙары ғаиләләре менән ҡунаҡҡа килә, ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә.
Степан Борисович урманға сығырға, еләк, бәшмәк йыйырға ярата, ҡатыны менән саңғыла йөрөй, әүҙем тормош алып бара.
– Мин – бәхетле кеше. Мине яратҡан һәм хөрмәт иткән кешеләр уратып алған, күңелемә ятҡан эшемде башҡарам. Бәхет өсөн тағы нимә кәрәк?! – ти Степан Лавринович.
Екатерина ӘМИРОВА.

Автор: