Фәнзиә Фәрит ҡыҙы Оло Аҡа ауылында төрлө эштәр башҡарыусы һәм икмәк бешереүсе ғаиләһендә тыуа, урта мәктәпте тамамлай. Нефтекама профессиональ училищеһында ашнаҡсы-кондитер һөнәрен ала.
– Мин бала саҡтан аш-һыу әҙерләү менән мауыҡтым. Әсәйем өйҙә булмағанда, ашарға бешерҙем, ваҡыт үтеү менән ризыҡтарым тәмлерәк була барҙы. Элек интернет булманы, мин ҡыҙыҡлы рецептарҙы журналдарҙан, гәзиттәрҙән табып, уларҙы ҡырҡып, дәфтәремә йәбештерә инем. Туғандарым мине крансы булырға өгөтләне, уҡыу ваҡыты ярты йыл ғына, тинеләр, әммә мин үҙемдең теләгемдә ныҡ торҙом һәм ашнаҡсы булдым, – тип һөйләй Фәнзиә Денисламова.
Училищены тамамлағандан һуң Фәнзиә Фәрит ҡыҙы тыуған ауылына ҡайта, дауаханаға эшкә урынлаша, тиҙҙән Данил Барый улына кейәүгә сыға. Улар 28 йыл бәхетле никахта йәшәй. Ғаилә Яңы Уренгойға барып урынлаша, балалары тыуа, әммә ул яҡтарҙың һауа шарттары улдарына килешмәй, уның һаулығы насарая, шуға күрә ғаилә Мәсетле районына ҡайта.
Ғаилә улдары Динар менән ҡыҙҙары Альбинаны тәрбиәләп үҫтерә. Ире Данил Барый улы Яңы Уренгойҙа вахта ысулы менән хеҙмәт юлын дауам итә, ҡыҙы – Екатеринбург ҡалаһында.
Фәнзиә Денисламова 20 йылдан ашыу Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн пульмонология шифаханаһында ашнаҡсы булып эшләй.
– Минең эш көнөм иртәнге алтынсы яртыла башлана, ҡыш көнө – киске 9-ға, йәй унынсы яртыға тиклем эшләйем. Шифаханала ял иткән балалар биш тапҡыр туҡлана. Смена ваҡытында, әлбиттә, арыйым, әммә, шуға ҡарамаҫтан, эшемде яратам, – ти Фәнзиә Денисламова.
Аш-һыу әҙерләүҙән тыш, ул бүлмә һәм баҡса сәскәләрен үҫтереү менән мауыға. Уның фатирының балконын бик күп матур сәскәләр биҙәй.
– Бала – ашнаҡсы өсөн мөһим клиент, һәр балаға ярар кәрәк. Аш тәмле генә түгел, файҙалы ла булырға тейеш. Балаларҙың мин әҙерләгән ризыҡты яратып ашауын күреү – иң ҙур бүләк. Ошондай мәлдәрҙә арыу тураһында онотаһың, артабан ижад итергә теләйһең! – тип һөйләй Фәнзиә Фәрит ҡыҙы.
Екатерина ӘМИРОВА.