Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2023, 10:00

Тәжрибәле уҡытыусы, ысын профессионал

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда ижади, талантлы, эшһөйәр уҡытыусылар эшләй. Уларҙың береһе – “Тылсымлы сәйлән” берләшмәһе етәксеһе Зәлифә Ҡәләмова.

Тәжрибәле уҡытыусы, ысын профессионал
Тәжрибәле уҡытыусы, ысын профессионал

Зәлифә Рәҡип ҡыҙы Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона 30 йыл элек өҫтәмә белем биреү педагогы булып килә. Йәш, тырыш ҡыҙ шунда уҡ уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһында абруй яулай. Ул махсус әҙерләнгән “Сәйлән менән үреү” программаһы буйынса иң бәләкәй тәрбиәләнеүселәр менән эшләй башлай.
– Балалар өсөн сәйлән менән эшләү ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, бала эстетик тәрбиә ала, сөнки был ижад төрөнөң күп яҡлылығына бәйле һәм үҙендә уларҙы үҫтереү сараларын берләштерә. Был – хеҙмәткә ылыҡтырыу. Ваҡ моторика һөҙөмтәһендә аҡыл үҫеше күҙәтелә. Икенсенән, балалар сыҙамлылыҡ, түҙемлелек кеүек сифаттарға эйә була һәм, әлбиттә, фантазияһы үҫешә. Ә иң мөһиме – сәйлән менән бәйләү балаларға шатлыҡ бүләк итә, – ти педагог үҙенең программаһы тураһында.
Уҡытыусы хеҙмәтенә төп баһа – балаларҙың күҙҙәрендәге дәртле осҡон һәм уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһе. “Тылсымлы сәйлән” ижади берекмәһе уҡыусылары муниципаль, төбәк, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм призерҙар, еңеүселәр булып тора.
Зәлифә Рәҡип ҡыҙы – юғары категориялы педагог. Ул райондың өҫтәмә белем биреү педагогтары менән йыш ҡына үҙ эш тәжрибәһен уртаҡлаша, район семинарҙарында ҡатнаша, асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Өлгәшкән уңыштары өсөн мәғариф бүлеге, Мәсетле районы хакимиәте грамоталары, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Ә ғаиләһендә Зәлифә Рәҡип ҡыҙы яуаплы һәм ҡатмарлы эш башҡарған иренә терәк-таяныс, ныҡлы тыл булып тора. Ҡәләмовтар матур итеп йорт һалып сыҡҡан. Ғаилә хаҡында хәстәрлек – уның тормошонда иң мөһиме. Улдары өсөн яратҡан, хәстәрлекле әсәй ул. Өлкән улдары Айнур Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлап, армияла хеҙмәт иткәндән һуң, Силәбе ҡалаһында эшләй, Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыуын дауам итә. Кесе улдары Илназ Оло Ыҡтамаҡ лицейында 9-сы класта белем ала. Улдары спорт ярата. Улар – саңғы уҙыштары буйынса бер нисә тапҡыр район, зональ һәм республика ярыштары еңеүселәре. Зәлифә Рәҡип ҡыҙы улдарында уңғанлыҡ, сәләмәт йәшәү рәүеше, тәбиғәткә һәм Ватанға һөйөү тәрбиәләй.
Үҙенең хеҙмәте һәм тормошҡа мөнәсәбәте менән ул коллегалары араһында ихтирам ҡаҙанды.
Анзалита МУСИНА,
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.

Автор: