Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2023, 10:30

Намыҫ ҡушыуы буйынса эшләй

Уҡытыусы хеҙмәте һәр ваҡыт иң мөһим, ауыр һөнәрҙәрҙең береһе булды һәм булып ҡала. Үҙ аллы тормошҡа яңы ғына аяҡ баҫҡан йәш быуынға белем биреү – ул талант. Был һөнәр күп сифаттарға эйә булыуҙы талап итә: изге күңелле, сабыр, талапсан булыу кәрәк, тәрән белемгә эйә булыу, балаларҙы яратыу мөһим. Районыбыҙҙағы ошондай һәләтле уҡытыусыларҙың береһе – 47 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Әлфиә Сәйфетдинова.

Намыҫ ҡушыуы буйынса эшләй
Намыҫ ҡушыуы буйынса эшләй

Әлфиә Хәзимулла ҡыҙы Дыуан районының Бурцевка ауылында тыуып үҫкән. 1971 йылда Ҡалмаш урта мәктәбен тамамлай, Бөрө дәүләт педагогия институтына рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә, унан һуң өс йыл туған мәктәбендә, артабан Балаҡатай районының Айҙаҡай мәктәбендә эшләй. 1980 йылда Әләгәҙ ауылына килеп урынлаша һәм рус теле, әҙәбиәте дәрестәрен алып бара башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы һәм унан һуң да тәжрибәле педагог Әләгәҙ мәктәбендә балаларға белем бирә. Бөгөн ул хаҡлы ялда.
Эшләй башлаған ваҡыттан алып бик күп уҡыусылары мәктәпте миҙалға тамамлай. Сығарылыш уҡыусыларының ҡаҙаныштары Әлфиә Хәзимулла ҡыҙын илһамландыра, артабан эшләү өсөн көс бирә.
Уҡытыусыға балаларға белем биреү, уларҙың үҫкәнен күҙәтеү, аҡыл туплағанын күреү оҡшай.
– 47 йыллыҡ педагогик эшмәкәрлегем осоронда бик күп һәйбәт уҡыусыларым булды. Илнара Ғәлләүева, Ильвина Миндиәхмәтова, Анастасия Балдинаны билдәләп үткем килә. Уларҙың барыһы ла Аҡмулла олимпиадаһында еңгәне өсөн “Киләсәкте булдырып” миҙалына лайыҡ. Ә уҙған уҡыу йылында Екатерина Шаһаутдинова – рус теле буйынса Аҡмулла олимпиадаһы призеры, 2017 йылда Искәндәр Вәкилов “Иң яҡшы хат дәресе” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды. Был исемлекте сикһеҙ дауам итергә мөмкин, – ти ул.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Әлфиә Сәйфетдинова БР Мәғариф министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы Почет грамоталары, “РФ халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән наградлана. Район хакимиәте һәм мәғариф бүлегенең почет грамоталары уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында һөйләй. Тәжрибәле уҡытыусы 2016 йылда – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ситтән тороп үткәрелгән республика олимпиадаһы призеры, 2017 йылда “Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” республика конкурсында еңеүсе була. 2019 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Уның мәҡәләләре Мәғарифты үҫтереү институты буклеттарында һәм төрлө белем биреү порталдарында баҫыла.
Ул – оптимист, дәртле, ижади һәм талантлы кеше, бик аҡыллы, сабыр, эскер-һеҙ уҡытыусы, балаларға ысын күңелдән йылылыҡ менән ҡарай. Мәктәптә эшләү осоронда уҡыусылары өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй, күңелен хеҙмәтенә һала.
Әлфиә Хәзимулла ҡыҙы – ике ҡыҙ әсәһе. Гүзәл М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының биология факультетын тамамлаған, әле Екатеринбургта реклама агентлығында эшләй, ә Альбина Урал дәүләт иҡтисад университетында һәм Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университетында белем алған, Өфө ҡалаһында хеҙмәт һаҡлау буйынса белгес булып эшләгән, әле декрет ялында.
Хаҡлы ялда булһа ла, Әлфиә Сәйфетдинова белемен камиллаштырыуҙы дауам итә, күп уҡый, яңы мәғлүмәт туплай.
Амира ВЕРЗАКОВА.

Автор: