Гүзәл Рәшит ҡыҙы Айып ауылында тыуған. Йонос урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 2000 йылда Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 2005 йылда Һабанаҡ ауылында физика һәм математика уҡытыусыһы булып башлай. Ошо уҡ ауыл егете Илдус Нуриев менән яҙмышын бәйләй, бөгөн улар өс бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Илнас – Башҡорт кооператив техникумының I курс студенты. Илгизәр – Башҡорт гимназияһының 2-се класс уҡыусыһы. Ҡыҙҙары Азалия “Миләш” балалар баҡсаһына йөрөй.
– Профессиональ юлды һайлау ауыр бирелмәне, уҡытыусы буласағымды бала саҡтан уҡ белә инем. Әсәйем – башланғыс кластар уҡытыусыһы, ул минең өсөн өлгө булды. Ә беренсе уҡытыусым Анзалита Мусина мәктәпкә һәм уҡыуға һөйөү тәрбиәләне. Йонос мәктәбенең математика уҡытыусыһы Хәҙисә Ҡәнәфиева һәм физика уҡытыусыһы Ризуан Дусмөхәмәтов та минең һөнәр һайлауыма йоғонто яһаны. Улар мине һандар һәм формулалар донъяһына алып инде, – тип һөйләй Гүзәл Нуриева.
2010 йылда Нуриевтар Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә, шул ваҡыттан алып Гүзәл Рәшит ҡыҙы һөнәре буйынса Башҡорт гимназияһында эшләүен дауам итә. Хәҙер ул – юғары категориялы уҡытыусы. Шулай уҡ физика, математика һәм информатика уҡытыусыларының мәктәп методик берекмәһе, район физика уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булып тора. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн мәктәп һәм район мәғариф бүлегенең почет грамоталары менән бүләкләнгән. 2013 йылда ул “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, призер булды.
Гүзәл Нуриеваның уҡыусылары бер нисә йыл дауамында физика һәм математика буйынса олимпиадаларҙың муниципаль этабында һәм “Физика буйынса Башҡортостан кубогы” турнирында әүҙем ҡатнаша. 2015 йылда Владислав Сергеев, Илдар Хәйретдинов һәм Айрат Әхмәҙиев составындағы уҡыусылар командаһы турнирҙың республика этабында ҡатнашты. 2022 йылда иһә Камил Солтанов, Арсен Камалов һәм Тимур Зәбихуллиндан торған команда республика этабының II дәрәжә дипломына лайыҡ булды.
Шулай уҡ уның уҡыусылары сығарылыш имтихандарында юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәҫәлән, быйыл 11-се класс уҡыусылары араһында БДИ буйынса уртаса балл 70,3 тәшкил итте. Бөгөн Мәскәүҙә уҡыған Камил Солтанов 100 балл һөҙөмтәһенә өлгәште.
Гүзәл Рәшит ҡыҙы талантлы педагог ҡына түгел, яҡшы хужабикә, хәстәрлекле ҡатын һәм әсә лә. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, сәскәләр үҫтерергә ярата, ҡамыр ризыҡтар әҙерләй, ғаиләһен өй торттары менән һыйлай.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.