Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2023, 09:15

Хөрмәтле уҡытыусылар, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары, педагогик хеҙмәт ветерандары!!

Һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө, Тәрбиәселәр һәм өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан иң йылы ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Һәр заманда ла уҡытыусы – һөнәр генә түгел, юғары исем дә. Һәр беребеҙ өсөн ул өлкән иптәш, остаз, яҡын кеше булып ҡала.

Хөрмәтле уҡытыусылар,  мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем  биреү педагогтары, педагогик хеҙмәт ветерандары!!
Хөрмәтле уҡытыусылар, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары, педагогик хеҙмәт ветерандары!!

Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең әһәмиәте балаларға белем биреүҙә генә түгел. Йәмғиәттең киләсәге – һеҙҙең ҡулда. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм даими ижади эҙләнеүҙәрегеҙ менән һеҙ Рәсәйҙең интеллектуаль потенциалын формалаштыраһығыҙ. Баланың артабанғы үҫеше, кешелектең киләсәге тап һеҙҙән тора.
Хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Мәғариф системаһына үҙҙәренең иң яҡшы йылдарын биргән һәм бөгөн хаҡлы ялда булған хөрмәтле хеҙмәт ветерандары алдында баш эйәбеҙ. Балаларға биргән күңел йылығыҙ киләсәктә тыуған район һәм ил хаҡына яңы изге үрҙәр яулар өсөн һаулыҡ, бәхет һәм көс менән әйләнеп ҡайтһын!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте, район мәғариф бүлеге.

Фото

Автор: