Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Сентябрь 2023, 11:30

Һөнәре – тәрбиәсе ярҙамсыһы

Тәрбиәсе ярҙамсыһы һөнәре беҙҙең заманда иң абруйлыһы ла түгел, әммә шуға ҡарамаҫтан, был һөнәргә тоғро ҡалыусылар бар. Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ромашка” балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар дауамында Умиҙә Матякубова намыҫлы эшләй.

Һөнәре – тәрбиәсе ярҙамсыһы
Һөнәре – тәрбиәсе ярҙамсыһы

1996 йылда Ташкент педагогия университетын тамамлағас, Умиҙә Йомабай ҡыҙы биш йыл Ҡушҡупыр урта мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы булып эшләй. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса 2003 йылда ғаиләһе Башҡортостанға – Мәсетле районына күсеп килә һәм ул “Ромашка” балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып урынлаша.
Уның балалар баҡсаһында хәстәр-ҙәре күп: төркөм бүлмәһендә таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу, уны биҙәүҙә ҡатнашыу, балаларҙы ашатыу, тәрбиәселәргә дәрес үткәреүҙә һәм байрам ойоштороуҙа ярҙам итеү.
Эш һөйөүсән, баҫалҡы һәм тырыш Умиҙә Йомабай ҡыҙы бинала һәр саҡ таҙалыҡ, уңайлы мөхит булдыра, тәрбиәләнеүселәр, уларҙың ата-әсәләре менән уртаҡ тел таба.
– Миңә эшем ҡәнәғәтлек килтерә, – ти Умиҙә Йомабай ҡыҙы. – Эшкә килһәм, балаларҙың йылмайыуҙарын күреп ҡыуанам, уларҙың яҡшы кәйефенә шатланам. Ауырлыҡтар ҙа була, әммә тәрбиәселәргә ярҙам итеп, мин баланы үҫтереүгә һәм тәрбиәләүгә үҙ өлөшөмдө индерәм.
Умиҙә Матякубова – уңған хужабикә, яҡшы ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. Йортонда һәр саҡ тәртип һәм йылы ҡунаҡсыл мөхит хөкөм һөрә.
Тормош иптәше Одилбек Юлдаш улы менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Балалар – Матякубовтар ғаиләһенең ғорурлығы һәм ҡыуанысы. Өлкән ҡыҙҙары медицина университетын тамамлаған, ике улы юғары белем ала, иң кесеһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейы уҡыусыһы.
Умиҙә Йомабай ҡыҙы балалар баҡсаһында эшләү осоронда байтаҡ балалар тәрбиәләп сығарыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Күп йылдар үтһә лә тәрбиәләнеүселәр уны яҡшы хәтерләй һәм хөрмәт итә.
– Мин һөнәрем менән ғорурланам, элекке тәрбиәләнеүселәрем ихлас йылмайып сәләм бирә, уңыштары һәм изге эштәре менән уртаҡлаша, – ти ул.
Беҙҙең балалар баҡсаһында шундай кешеләр эшләүе ҙур ҡыуаныс, уларға һәр ваҡыт таянырға, кескәйҙәрҙе ҡарауҙы ышанып тапшырырға була!
“Ромашка” балалар баҡсаһы коллективы.

Автор: