Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Сентябрь 2023, 09:45

Методисыбыҙ һәр саҡ яныбыҙҙа

27 сентябрь – Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө Мәсетле районында мәктәпкәсә белем биреү системаһы ныҡлы нигеҙгә ҡоролған. Уға 25 балалар баҡсаһы һәм дөйөм белем биреү ойошмаһында бер мәктәпкәсә төркөм ҡарай.

Методисыбыҙ һәр саҡ яныбыҙҙа
Методисыбыҙ һәр саҡ яныбыҙҙа

Был мәктәпкәсә учреждениеларҙа меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Бөтәһе 90 хеҙмәткәр иҫәпләнә, уларҙың 73-ө – тәрбиәселәр. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы йөҙөн тәрбиәселәр коллективы тәшкил итә. Ә уларҙы ойошмаларҙың етәкселәре һәм методист туплай, эшкә һәләтле ижади көскә әйләндерә.
Мәғариф бүлегендә мәктәпкәсә белем биреү буйынса методист вазифаһын Светлана Янурова алып бара. Уның эшмәкәрлеге һәр ваҡыт күләгәлә ҡала тип әйтһәк, һис хата булмаҫ. Методик эштең асылын аңлау еңел түгел, ә уны ойоштороу тағы ла ҡыйыныраҡ.
Светлана Радик ҡыҙы инициативалы булыуы һәм эшкә ижади ҡарашы менән айырылып тора. Ул идеялар тыуҙыра, маҡсатҡа ынтылышлы эшләй, һәр мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙең мөмкинлектәрен һәм һәләтен иҫәпкә ала. Кеше факторын иҫәпкә алыу, төрлө типтағы кешеләр күңеленә юл табыу, уларҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, юғары талапсанлыҡты кешесә йылылыҡ һәм ихтирам менән берләштереү кеүек яҡшы сифттар хас уға.
Светлана Янурова мәктәпкәсә педагогтар араһында изгелек, үҙ-ара ярҙам итеү мөхитен булдырырға тырыша, улар үҙенең ҡаҙаныштары, алымдары, белемдәре һәм оҫталыҡтары менән уртаҡлаша, был коллективты берләштерергә, уны дуҫ итергә мөмкинлек бирә. Ул педагогтар менән кәңәшләшә, йәмәғәтселек фекеренә, коллегаларының тәнҡитле иҫкәрмәләренә һәм тәҡдимдәренә ҡолаҡ һала, уларҙың тәжрибәһен һәм белемен ҡуллана, иң яҡшы педагогик тәжрибәне индереүгә һәм таратыуға булышлыҡ итә. Хеҙмәттәшебеҙ уңышҡа ирешкән коллегалары өсөн шатлана һәм улар менән ғорурлана.
Светлана Радик ҡыҙы – вазифаһы буйынса түгел, ә булмышы менән методист булып тора һәм үҙ һөнәри эшмәкәрлегендә ҙур уңыштарға өлгәшә ала. Районыбыҙҙың һәр мәктәпкәсә хеҙмәткәре: “Минең методисым һәр саҡ янымда һәм миңә күп нәмәгә өлгәшергә ярҙам итә!” – тип әйтә ала.
Мәсетле районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары мөдирҙәре.

Автор: