Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Сентябрь 2023, 09:10

Үҙ бурысын яуаплы башҡара

Йыл һайын 25 сентябрҙә Бөтә донъя фармацевтика көнө билдәләнә. Был фармацевтика өлкәһендәге белгестәрҙең, провизорҙарҙың, эшмәкәрлектәре дарыу препараттарын һатыу, уларҙы әҙерләү, сифатын тикшереү, һаҡлау шарттарын тәьмин итеү менән бәйле булғандарҙың һөнәри байрамы.

Үҙ бурысын яуаплы башҡара
Үҙ бурысын яуаплы башҡара

Бөгөнгө көндә Оло Ыҡтамаҡ ауылында ете дарыухана эшләй. Районда беренселәрҙән булып 1930 йылда “Башфармация” дәүләт дарыуханаһы (элек 31-се үҙәк район дарыуханаһы исемен йөрөтә ине) барлыҡҡа килә. Һуңғы өс йылда дарыухана менән Светлана Калачева етәкселек итә. Дөйөм хеҙмәт стажы – ун дүрт йыл.
Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Лицейҙы тамамлағандан һуң Екатеринбург ҡалаһындағы Свердловск өлкә медицина колледжына уҡырға инә.
– Мәктәп йылдарында яратҡан предметтарымдың береһе химия булды. Туғандарым араһында фармацевтикала эшләүселәр күп, шуға күрә ата-әсәйем медицинаға барырға тәҡдим итте, – тип һөйләй Светлана Хәмит ҡыҙы.
Диплом алғандан һуң ул тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә һәм шунан бирле дәүләт дарыуханаһында эшләй.
– Тәүҙә дарыу препараттары әҙерләнем. Үҙебеҙҙең лабораториябыҙ булды, – тип һүҙен дауам итә Светлана Калачева. – Бер йылдан мин фармацевт булып киттем. Элек коллектив ҙур ине. Бында хаҡлы ялға сыҡҡансы провизор һәм фармацевт булып Октябрина Чистякова, Зимфира Зәйнуллина, Анфиса Жильцова, Антонина Крючкова, Любовь Крылосова, Фәниә Макарова, Любовь Русинова, Римма Ханова, Елизавета Панова, Людмила Редькина, Сания Мусина һәм Нина Антипина эшләне. Коллектив һәр саҡ дуҫ булды, йәш белгес булараҡ ярҙам иткәндәре өсөн уларға рәхмәтлемен.
Бөгөн Светлана Калачева етәкселегендә дарыуханала өс кеше эшләй: Әлфиә Әһлисламова, Алия Иванова һәм Ольга Искорцева.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: дәүләт дарыуханаһы заман менән бергә атлай, унда булмаған кәрәкле дарыуҙарҙы махсус сайт аша заказ биреп алырға мөмкин. Дарыуханала һәр саҡ ассортимент арта, шулай уҡ бында дауалаусы табип тәғәйенләгән препараттарҙы рецепт буйынса бушлай алырға мөмкин.
Светлана Хәмит ҡыҙы эшен яратып башҡара. Килгән кешенең рецебы булмаһа, ул уны иғтибар менән тыңлай, ауырыу һәм һыуыҡ тейҙереү билдәләрен еңеләйтеү өсөн дарыуҙар һайларға ярҙам итә, табипҡа күренергә кәңәш бирә. Кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуҙа ҡатнашыуы, уларҙы аңлауы һәм иғтибары – Светлана Хәмит ҡыҙы эйә булған фармацевт һөнәренең төп төшөнсәләре. Дарыуханаға килеп йөрөгән даими клиенттарҙы ул яҡшы белә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте өсөн Светлана Калачева Башҡортостан Республикаһының “Башфармация” идаралығы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Эшендәге уңышҡа татыу һәм яратҡан ғаиләһе булышлыҡ итә. Светлананың тормош иптәше Игорь уның ныҡлы терәге һәм ышаныслы ярҙамсыһы булып тора. Ул егерь булып эшләй. Калачевтар Никита исемле ул тәрбиәләй. Һәр буш ваҡыттарын бергә үткәрергә яраталар, сөнки ғаиләнән мөһимерәк бер нәмә лә юҡ.
Диана АБДРАХМАНОВА.

Автор: