Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
31 Август 2023, 15:35

Изгелекле һөнәр эйәләре

Мәсетле районы ветеринария станцияһында 26 хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың дүртәүһе – ветеринар табип, алтауһы – ветеринар фельдшер һәм өсәүһе – ветеринар санитар. Районда һигеҙ ветеринария участкаһы һәм бер ветеринар пункты эшләй.

Изгелекле һөнәр эйәләре
Изгелекле һөнәр эйәләре

Ветеринария хеҙмәте ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй. Билдәләнгән ваҡытта ойошма хеҙмәткәр-ҙәре тарафынан хәүефле ауырыуҙарға юл ҡуймау маҡсатында вакцинация, малдарҙы дауалау һәм тикшереү буйынса бөтә иҫкәртеү саралары үткәрелә.
Ветеринария хеҙмәте коллективы ышаныслы һәм берҙәм. Бында күбеһе – тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ойошма йәш кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә.
Ветеринар һөнәрен бала саҡтан уҡ тирә-яҡ тәбиғәтте, йәнлектәрҙе яратҡандар һайлай. Был һөнәр кешеләре хайуанды тойоу һәм аңлау оҫталығы менән айырылып тора. Дауалауҙан тыш, улар мал аҙығы сифатын, эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдарҙы аҫрау шарттарын контролдә тота. Ветеринар – ул изгелек һөнәре.
Уны ауыл ерендә йәшәгән, йәнле тәбиғәткә яҡын булған һәм тормошон ошо тармаҡ менән бәйләргә теләгәндәр һайлай. Ветеринар булыу өсөн райондың ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итеп, маҡсатлы йүнәлтмә алып, Дыуан күп профилле, Красноуфимск аграр, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледждарында, шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университетында, йәиһә башҡа уҡыу йорттарында белем алырға мөмкин...

Автор: