Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Август 2023, 09:00

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек уңғандар

13 август – Башҡортостан Республикаһында умартасы көнө Районыбыҙҙа бал ҡорттары үрсетеү менән шөғөлләнеүселәр аҙ түгел, һәр ауылда был шөғөл менән мауығыусыларҙы табырға була, ә бына уны профессиональ кимәлдә алып барыусылар әлегә бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек уңғандар
Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек уңғандар

Һөләймән ауылынан Булат Шәмсийәров – бал ҡорттары үрсетеү менән профессиональ шөғөлләнгән тәжрибәле умартасы. Бал ҡорттары менән бала сағындағы тәүге танышыуын әле һаман яҡшы хәтерләй.
– Миңә биш йәш ине әле. Әсәйем һүрәт төшөрөлгән аҡ туҡыманан бал ҡорттарынан һаҡланыу өсөн костюм текте. Умартанан күс айырылып сыҡҡайны. Атайым фермала эшләй, уға награда биргәндәр. Ул өйгә ҡайтты ла: “Һиңә костюм тегеп ҡуйғандар, ә һин эшһеҙ интегәһең! Кейен!”, – тип умарталыҡҡа алып китте. Атайымдың күс тубалы бар ине, мин уны күтәреп, күсте күсереп торҙом, – тип һөйләй Булат Мәғәсүмйән улы.
Йылдар үткән һайын Мәсетле умартасыһының оҫталығы арта, шуға ҡарамаҫтан, ул умартасылыҡта яңы технологияларҙы өйрәнеүен дауам итә, бал ҡорттарын дауалау өсөн ҡулланылған ветеринария препараттары менән ҡыҙыҡһына. Булат Шәмсийәровтың планында – ял итеүселәр өсөн бал ҡорто терапияһына нигеҙләнгән апийорт, ҡорт дауаханаһы һәм мунсаһы төҙөү. Ул районда солоҡ умартасылығын тергеҙә, солоҡ яһай. Мәсетле умартасыһына ғына хас тағы бер һыҙат – умарталыҡта үҙе инә ҡорттарҙы сығара, бының өсөн ул микронуклеустар яһай.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 11 августағы 32е һанында уҡығыҙ.

Автор: