Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
12 Август 2023, 09:00

Спорт – уның йәшәү сығанағы

Физкультурниктар көнө – ул физкультура уҡытыусылары, тренерҙар һәм эшмәкәрлектәре физик культура, спорт менән бәйле булғандарҙың байрамы. Район гәзитенең бөгөнгө ҡунағы ла – үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән кешеләр рәтендә.

Спорт – уның йәшәү сығанағы
Спорт – уның йәшәү сығанағы

Рәфит Ниязов – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, Оло Ыҡтамаҡ лицейының физкультура уҡытыусыһы. Һәләтле ойоштороусы һәм остаз әүҙем тормош алып бара. Ул маҡсатҡа ынтылыусан һәм яуаплы.
Рәфит Роберт улы Ғүмәр ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Егетте Рәсәй армияһы сафына хеҙмәт итергә саҡыралар, унда Һауа-десант ғәскәрҙәренә ебәрелә. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, лицейға эшкә урынлаша. Тәүҙә хәрби етәксе була, һуңынан башҡорт теленән уҡыта, ә хәҙер, туғыҙ йыл самаһы, 1-11 кластарҙа физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта рус халыҡ уйыны “Ҡаҡма туп” буйынса секция алып бара.
– Уҡытыусы һөнәрен мин өлкән апайҙарым өлгөһөндә һайланым. Хәҙер улар икеһе лә Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында эшләй, – ти Рәфит Ниязов. – Мин бала саҡтан еңел атлетика, көрәш менән шөғөлләндем һәм саңғыла шыуҙым. Студент йылдарында факультет йыйылма командаһы составында ҡаҡма туп уйнаным.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 11 августағы 32е һанында уҡығыҙ.

Автор: