Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Июль 2023, 09:00

Эшкә бөтә күңелен бирә

22 июль – Рәсәйҙә сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө Сауҙа илдең иҡтисади һәм сәйәси тормошонда мөһим урын биләй. Баҙар мөнәсәбәттәре үҫешә башлағас, һатыусы иң киң таралған һәм талап ителгән һөнәрҙәрҙең береһенә әйләнә.

Эшкә бөтә күңелен бирә
Эшкә бөтә күңелен бирә

РФ Президентының 2013 йылдың 7 майындағы Указы менән Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө булдырыла, ул июлдең дүртенсе шәмбеһендә билдәләнә.
Мәсетле районында бөгөн 159 сауҙа предприятиеһы, шул иҫәптән 85 көндәлек кәрәк-яраҡ, 48 аҙыҡ-түлек булмаған, 16 аҙыҡ-түлек магазины, шулай уҡ федераль төбәк селтәр магазиндары эшләй. Уларҙа 800-гә яҡын кеше хеҙмәт итә.
Мәсетле районы сауҙа нөктәләренең береһе – Яңы Мишәр ауылындағы “Лера” магазины. Был сауҙа йортон 2010 йылда Юлиә Ғайсина ире Азат Юлай улы менән бергә аса. Хәҙер магазинға халыҡ бик теләп йөрөй.
Белеме буйынса Юлиә – педагог-психолог. Өфө, Златоуст ҡалаларында хеҙмәт юлын башлай, әммә үҙ булмышын сауҙала таба: тыуған ауылдарын юҡһынған пар Яңы Мишәргә күсеп ҡайта, хеҙмәт урыны булмағанлыҡтан, үҙ эштәрен асырға ҡарар итәләр. Һәм бына инде 13 йыл ир менән ҡатын тыуған ауылы халҡы мәнфәғәтендә эшләй – район үҙәгенән 37 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауылда йәшәүселәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.
Магазинда ул – директор ҙа, һатыусы ла. Һатып алыу-сыларҙы йылмайып ҡаршы ала, тауар һайлауҙа ярҙам итә. Тормош иптәше уға һәр яҡлап терәк: тауарын килтерә, бар нәмәне кәңәшләшеп башҡаралар.
– Тәүҙә магазин колхоз идараһы бинаһында урынлашты. Һуңыраҡ “Йондоҙ” йәмғиәте директоры Юрис Латыпов ауыл үҙәгендә урынлашҡан элекке янғын һүндереү депоһы бинаһын бушлай бирҙе. Беҙ ирем менән бинаны ремонтланыҡ һәм реконструкцияланыҡ. Эшкә бөтә күңелемде бирәм, сауҙа өлкәһендә эшләү минең өсөн тормошомдоң бер өлөшөнә әйләнде, – ти Юлиә Юлай ҡыҙы.
Ғайсиндар ике бала тәрбиәләй, ауылдаштары араһында хөрмәтле кешеләр.
Екатерина ӘМИРОВА.

Автор: