Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Июль 2023, 09:00

Любовь Тихомирова: “Почтальон һөнәре – минең булмышым”

Хәҙерге заманда, интернет, электрон почта үҫешенә ҡарамаҫтан, почта хеҙмәте элеккесә талап ителгән булып ҡала. Кешеләр әле лә хаттар яҙа, посылкалар менән алмаша, гәзит-журналдарға яҙыла. Был өлкә хеҙмәткәрҙәре 9 июлдә үҙҙәренең һөнәри байрамын – Рәсәй почтаһы көнөн билдәләй. Ошо дата алдынан Оло Ыҡтамаҡ ауылының почта элемтәһе бүлексәһендә булдыҡ һәм уның хеҙмәткәрҙәре менән осраштыҡ.

Любовь Тихомирова: “Почтальон һөнәре – минең булмышым”
Любовь Тихомирова: “Почтальон һөнәре – минең булмышым”

Почтальондарҙың эштәре күп. Бында килгән хаттарҙы ҡабул итәләр, бүлеп һалалар һәм адресаттарға тараталар. Ә был гәзит һәм журналдар ғына түгел: мәсетлеләр посылкалар, бандеролдәр ала, электр, телефон элемтәһе, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй, гәзит-журналдарға яҙыла һәм башҡалар. Бынан тыш, почта бүлексәһе аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙарының киң ассортиментын тәҡдим итә. Дуҫтарса бәләкәй коллективта барыһы ла – бер-береһенә таяныс, кәрәк икән, ярҙамға киләләр.
Почта элемтәһе бүлексәһе эшендә элеккесә төп звено булып почтальон ҡала. Уның хеҙмәте ҙур ҡалаларҙың ығы-зығыһында бик һиҙелерлек түгел, ә ауыл ерендә – алыштырғыһыҙ. Оло Ыҡтамаҡ ауылының почта элемтәһе бүлексәһендә ете почтальон эшләй. Уларға ҙур йөкләмә төшә. Почта һәм йыйымдарҙы сорттарға бүлгәндән һуң, яурындарына ҙур сумкалар аҫып, таратырға сығалар. Көн торошоноң ниндәй булыуына ҡарамай, улар ун саҡрым самаһы ара үтә, шул рәүешле халыҡ ваҡытында хат-хәбәрҙәр ала.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 июлендәге 27е һанында уҡығыҙ.

Автор: