Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
26 Май 2023, 14:00

Айгөл Таһирова: “Барыһы ла – үҙебеҙҙең ҡулда!”

Эшҡыуар булырға теләгәндә, ныҡлы ҡарарға килеп, уны тормошҡа ашырыу өсөн бар көстө һалырға кәрәк. Әлбиттә, ниндәй генә эшкә тотонһаң да, хәүефте лә иҫәпкә алмай булмай. Бары тик баҙнат иткәндә генә уңышҡа ирешергә мөмкин.

Айгөл Таһирова: “Барыһы ла – үҙебеҙҙең ҡулда!”
Айгөл Таһирова: “Барыһы ла – үҙебеҙҙең ҡулда!”

Айгөл Таһирова – ошондай йүнселдәрҙең береһе. Сығышы менән ул Октябрьск ауылынан. Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Мәсәғүт педагогия колледжына уҡырға инә һәм “Инглиз теле уҡытыусыһы” һөнәренә эйә була. Колледжды тамамлап, 2014 йылда Ҡорғат мәктәбенә инглиз теле уҡытыусыһы булып урынлаша. Унда йыл ярым эшләгәс, Екатеринбург ҡалаһына күсеп китә. Артабан ошо уҡ йүнәлештә ситтән тороп Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. Юғары белемле ҡыҙ 2019 йылда тормошон йәнә тыуған районы менән бәйләргә ҡарар итә һәм Йонос мәктәбе педагогтары сафын тулыландыра.
– Мин уҡытыусы һөнәрен һәм балаларҙы яратам, әммә үҙемде башҡа өлкәләрҙә лә һынап ҡарарға булдым. Шулай итеп, үҙ эшемде асыу тураһында уйлай башланым, – ти Айгөл.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 26 майҙың  21е һанында уҡығыҙ.

Автор: