Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Февраль 2023, 09:00

Сәләмәтлек һағында

“Ауыл фельдшеры” дәүләт программаһы буйынса Мәсетле районына ике йәш белгес эшкә ҡайтты. Йәш медицина хеҙмәткәре Гөлназ Закирова хәҙер Теләш ауылы халҡын хеҙмәтләндерә.

Сәләмәтлек һағында
Сәләмәтлек һағында

Гөлназ Фәғил ҡыҙы бала саҡтан кешеләргә ярҙам итергә хыяллана. Атаһының сәләмәтлеге насарайғас, уның был теләге көсәйә генә һәм ул тормошон медицина менән бәйләргә ҡарар итә.
Гөлназ Теләш мәктәбен тамамлағандан һуң Свердловск өлкә медицина колледжының Красноуфимск филиалына уҡырға инә. Дауалау эше йүнәлеше буйынса фельдшерлыҡҡа уҡый. Практиканы Теләш ауылында фельдшер Нурания Миңлебаева етәкселегендә уҙа. Ул тәжрибәһе менән уртаҡлаша, һөнәр нескәлектәренә өйрәтә. Йәш белгес ғаиләһенә, тыуған еренә яҡыныраҡ булырға теләй, ә был теләкте тормошҡа ашырырға “Ауыл фельдшеры” программаһы ярҙам итә. Программа буйынса уға 750000 һум аҡса түләнгән. Колледжды тамамлағандан һуң шунда уҡ уҙған йылдың авгусында Теләш ауылында эшләй башлаған.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 17 февралдә 7е һанында уҡығыҙ.

Автор: