Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Декабрь 2022, 09:10

Матурлыҡты күрә белегеҙ!

8 декабрь – Халыҡ-ара рәссам көнө Матурлыҡты күрергә һәм уны аҡ ҡағыҙға төшөрөргә һәр кем өйрәнә ала. Башҡорт гимназияһының рәсем һәм һынлы донъя сәнғәте уҡытыусыһы Людмила Сычкина тап ошондай фекерҙә.

Матурлыҡты күрә белегеҙ!
Матурлыҡты күрә белегеҙ!

Людмила Геннадьевна 30 йылдан ашыу Мәсетле балалары өсөн матурлыҡ донъя-һына юл аса. Бөтә эшләү осоронда бик күп наградаларға лайыҡ була: “Йыл уҡытыу-сыһы-2011” район конкурсында беренсе урын, “Уҡытыусының профессиональ компетентлығы” Бөтә Рәсәй уҡытыусылар олимпиадаһын-да беренсе урын һәм башҡалар.
Рәссам һөнәрен һайлап, ул ғүмерлеккә үҙ эшенә тоғро ҡала. Үҙен педагогик эшмәкәрлеккә бағышлаған остаз хеҙмәте өсөн юғары яуаплылыҡ тойғоһо менән йәшәй. Людмила Геннадьевна әлеге ваҡытта өлкән вожатыйҙар, рәсем, музыка, технология, һынлы донъя сәнғәте уҡы- тыусыларының мәктәп һәм район методик берекмәһе етәксеһе, шулай уҡ гимназияла 9 “б” класын алып бара.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 2 декабрҙә 48е һанында уҡығыҙ.

Автор: