Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
23 Ноябрь 2022, 15:30

Бухгалтер булыу – оло һәләт

Көҙҙөң һуңғы көндәрендә Рәсәй бухгалтерҙары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Финанс иҫәбе иҡтисад өлкәһендәге иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Был бик ҡатмарлы, математик аң тәрәнлеген талап иткән һөнәр. Теге йәки был предприятиеның уңышлы эшмәкәрлеге бухгалтерҙың эш һөҙөмтәләренән тора.

Бухгалтер булыу – оло һәләт
Бухгалтер булыу – оло һәләт

Бөгөн бухгалтерия хеҙмәткәренә етди талаптар ҡуйыла: ул бухгалтер иҫәбе нигеҙҙәрен, ҡануниәтте төплө өйрәнгән, ҙур күләмле мәғлүмәт, махсус компьютер программалары менән эшләй белгән профессионал булырға тейеш.
Барлыҡ был сифаттарҙы “Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативының баш бухгалтеры Наталья Крашенинникова уңышлы берләштерә.
Ул 1978 йылда Түбәнге Бобин ауылында тыуған. Ата-әсәһе ғүмере буйына колхозда эшләгән: атаһы – тимерсе, әсәһе – ҡаҙанлыҡ операторы.
Наталья Леонидовна 1995-1997 йылдарҙа Йоматау аграр техникумында хужалыҡ биргән юллама буйынса уҡый. Диплом алғас та колхозға эшкә ҡайта. Тәүҙә һалым буйынса бухгалтер була, 2018 йылда баш бухгалтер вазифаһына тәғәйенләнә. Даими рәүештә квалификация күтәреү курстарын үтә. Быйыл Наталья Крашенинникова агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән наградланды.
Ул өс бала тәрбиәләй. Өлкән улы хужалыҡта механизатор булып эшләй, икенсе ҡыҙы – Дыуан күп профилле колледжы филиалы студенты, ә кесе ҡыҙы 9-сы класта уҡый.
– Наталья Леонидовна өсөн бухгалтерия иҫәбе – уның бөтә тормошо. Ул үҙ эшен белә һәм ярата, – ти баш бухгалтер тураһында хеҙмәттәштәре. – Беҙҙең коллектив уны юғары баһалай. Ул тәжрибәле белгес кенә түгел, ә ихлас күңелле, ярҙамсыл, яҡшы әңгәмәсе лә, уның менән һәр саҡ кәңәшләшергә, серҙәр менән бүлешергә мөмкин. Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Автор:Лариса Михалькова