Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
14 Ноябрь 2022, 10:15

Таҙа телмәр оҫтаһы

14 ноябрҙә донъя иң мөһим социаль һөнәр эйәләренең береһе Халыҡ-ара логопед көнөн билдәләй. Һәр кеше өсөн грамоталы һөйләшеү генә түгел, һүҙҙәрҙе һәм тауыштарҙы дөрөҫ әйтә белеү мөһим. Ә бының өсөн уны бала саҡтан күҙәтеп барырға кәрәк.

Таҙа телмәр оҫтаһы
Таҙа телмәр оҫтаһы

Бөгөн беҙ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа телмәр оҫталығының формалашыуында бик күп проблемаларҙы күҙәтәбеҙ. Бәхеткә күрә, уларҙың күбеһен логопед ярҙамында хәл итеп була. Светлана Таҫмағолова Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында 10 йыл эшләй. Уның яйға һалынған эш системаһы мәктәпкәсә йәштәге балалар менән шәхси аралашыуҙан тора. Һәм был системаның эше яйлы барһын өсөн балалар баҡсаһы етәкселеге, тәрбиәселәр ҙә үҙ өлөштәрен индерә, ата-әсәләр ҙә йәлеп ителә. Ял көндәренә Светлана Таҫмағолова ата-әсәләргә нисек башҡарырға аңлатып өйгә эш бирә. Был уҡыуҙа алған белемдәрен күнекмәлә нығытыу өсөн эшләнә. Мәҫәлән, балаға дөрөҫ тауыш ҡуйылған, әммә уны телмәргә индереү өсөн даими күнекмәләр кәрәк. Төнгөлөккә әкиәттәр уҡыу, төрлө телмәр үҫтереү күнекмәләре ҡулланыу файҙа бирә. Бала ишетә, күрә, бар нәмәне үҙ тәжрибәһендә кисерә һәм хәтерендә ҡалдыра. Светлана Александровнаның арсеналында – балалар еңел ҡабул иткән программалар, уйынсыҡтар, һүрәттәр, пиктограммалар. Әлеге ваҡытта ул балалар менән Н. В. Нищеваның 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге телмәре боҙолған (дөйөм телмәр үҫешеп етмәгән) балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү комплекслы программаһы буйынса шөғөлләнә.
– Һәр кеше ниндәйҙер эш өсөн тыуа. Шуға күрә барыбыҙ ҙа ғүмер дауамында камиллашырға, үҙ өҫтөбөҙҙә эшләргә тейеш, тип иҫәпләйем. Донъяла үҙенсәлекле һәм билдәһеҙ нәмәләр шул тиклем күп, эшмәкәрлек өсөн ул шул тиклем киң, үҙең өсөн билдәле бер маҡсат һайлап, уға ынтылырға мөмкин. Иң мөһиме – тормошта үҙ урыныңды табыу. Минең өсөн – ул ғаиләм һәм эшем, – ти тормош юлынан шундай девиз менән барған Светлана.
Сығышы менән ул Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһынан. Беренсе белем буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы. Кушнаренко педагогия колледжын тамамлағас, бер йыл Благовар районы мәктәбендә эшләгән.
Светлана Александровнаның ире Мәсетле районынан. Бер нисә йыл улар Өфө ҡалаһында йәшәгән. Улы тыуғас, ул балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша. Һуңғараҡ ғаилә Оло Ыҡтамаҡ ауылына күскән. Шул ваҡыттан алып “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында эшләй. Баш-ҡорт дәүләт педагогия университетында белем алып, артабан уҡытыусы-логопед булып китә.
– Тәүҙә ныҡ тулҡынландым, – тип иҫенә төшөрә Светлана Таҫмағолова. – Әммә балаларға ҡарата булған һөйөүем яңы һөнәрҙе үҙләштерергә көс бирҙе. Хәҙер ошондай балалар менән эшләргә һәм уларға телмәр үҫешендә ярҙам итергә теләүем хаҡында ҙур ышаныс менән әйтә алам.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Автор:Лариса Михалькова