Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
11 Ноябрь 2022, 09:05

Йәмғиәт һәм кешеләр именлеге һағында

Йыл һайын 10 ноябрҙә илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә.

Йәмғиәт һәм кешеләр именлеге һағында
Йәмғиәт һәм кешеләр именлеге һағында

Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге тарихы һәм үҫеше 1931 йылдың авгусынан башлана.
1941 йылдың мартында район милиция бүлексәһе начальнигы вазифаһы бөтөрөлә һәм уның функцияһы Эске эштәр халыҡ комиссариатының бүлек начальнигына йөкмәтелә, әммә һуңынан, 1942 йылдың июненән, был вазифа тергеҙелә.
Район милиция бүлексәһе Оло Ыҡтамаҡ ауылының Совет урамында бер ҡатлы бүрәнә бинала урынлаша. Һуңынан Тракт урамындағы бер ҡатлы кирбес бинаға күсә, ә 1989 йылдың 10 ноябрендә, Совет милицияһы ойошторолоуын байрам итер алдынан, район эске эштәр бүлеге өсөн ике ҡатлы яңы бина төҙөлөп бөтә. Эске эштәр бүлеге бөгөн дә ошо бинала эшләй.
2011 йылдың 1 мартында Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған закон буйынса милиция полиция итеп үҙгәртелде.
Полиция – бөгөн
Әлеге ваҡытта Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеген Андрей Киряков етәкләй. Уның ҡул аҫтында 71 кеше эшләй.
Полиция эшмәкәрлеге бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән бер нисә хеҙмәттән тора. Улар алдында уртаҡ бурыс һәм маҡсаттар ҡуйылған. Полиция начальнигы – Айгиз Миңлеәхмәтов.
Енәйәтте тикшереү бүлегендә үҙ эшен төплө белгән юғары класлы биш кеше эшләй. Уларҙың төп бурысы – дөйөм енәйәт йүнәлешендәге әҙерләнеп ятҡан йәиһә яһалған енәйәттәрҙе иҫкәртеү, асыҡлау, шулай уҡ тикшереүҙән һәм судтан ҡасып йөрөгән кешеләрҙе эҙләү. Енәйәтте тикшереү бүлеге етәксеһе – Илсур Әбдрәхимов.
Енәйәттәрҙе асыуға, ҡағиҙә булараҡ, бик күп полиция хеҙмәттәре йәлеп ителә, һәм уларҙың бөтә хеҙмәте тәфтишсе һәм тәүтикшереүсе алып барған енәйәт эшендә туплана. Нәҡ улар енәйәт-процессуаль ҡануниәт тарафынан енәйәтте асыу һәм ғәйеплеләрҙе фашлауҙы ойоштороусы сифатында сығыш яһай, шулай уҡ ҡалған хеҙмәттәрҙең эш итеү координаторы булыу бурысы йөкмәтелгән. Тәфтишселәр һәм тәүтикшереүселәр үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстар- ҙы яҡшы үтәй. Тәфтиш төркөмө начальнигы – Илнур Вәхитов, тәүтикшереү төркөмө етәксеһе – Фәдис Сафиев...

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 11 ноябрҙә 45е һанында уҡығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова