Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
30 Октябрь 2022, 09:00

Юлдарға тоғро ҡала

Рәсәйҙә октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә, быйыл был дата 30 октябргә тура килә.

Юлдарға тоғро ҡала
Юлдарға тоғро ҡала

Автомобилдәрҙең хәҙерге заман тормошонда алмаштырғыһыҙ булыуы, уларҙың йылдан-йыл арта барыуы бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Хәҙер улар һәр ойошмала бар.
Мәсетле районы ветеринария станцияһында Рәшит Мофазалов күп йылдар водитель булып эшләй.
Яңы Мөслим ауылында тыуған егет, мәктәпте тамамлағандан һуң, Иглин ауылындағы 19-сы урта һөнәри-техник училищеһына киң профилле тракторсы-машинист һөнәренә уҡырға инә һәм бер үк ваҡытта водитель эшен үҙләштерә.
Диплом алған йәш белгес Рәшит Тәлғәт улы өйөнә ҡайта, Жданов исемендәге колхозға тракторсы булып эшкә урынлаша.
1979 йылдың яҙында армияға алына. Тәүҙә уны Мәскәүгә ебәрәләр, унда сержант мәктәбендә уҡый, һуңынан Монголияға оҙатыла.
Хеҙмәтен тамамлағандан һуң Рәшит Мофазалов ветеринария станцияһына водитель булып эшкә урынлаша, унда бөгөнгө көнгә тиклем эшләй, хеҙмәт стажы 42 йыл тәшкил итә.
– Һөнәр һайлағанда икеләнеп торманым, водитель булырға теләнем, – тип һөйләй Рәшит Тәлғәт улы. – Ғаиләлә беҙ өс туған һәм барыбыҙ ҙа – водителдәр. Ошо эште һайлағаныма бер ҡасан да үкенмәнем.
Хеҙмәткәрҙәр штатын ҡыҫҡарт-ҡанға тиклем ветеринария станцияһында өс водитель эшләгән. Хәҙер уларҙың бурыстарын Рәшит Мофазалов башҡара. Уның ҡарамағында – биш автомобиль. Техника хужаһы уларҙың торошон һәм таҙалығын күҙәтә.
– Аҙнаһына бер тапҡыр етәкселәрҙе Өфө ҡалаһына отчеттар менән алып барам, – тип дауам итә ул. – Ветеринарҙар көн һайын ауылдар буйлап малдарҙы ҡарау өсөн саҡырыуҙарға сыға. Хайуан агрессив булһа, коллегаларыма ярҙамға ашығам, сөнки күпселек ветеринарҙар – ҡатын-ҡыҙ.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәшит Мофазалов Мәсетле районы ветеринария станцияһы, Башҡортостан Республикаһы ветеринария идаралығы, БР Ауыл хужалығы министрлығының почет грамоталары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән наградланған.
Хеҙмәттәштәре уның хаҡында, үҙ бурысына яуаплы ҡараған ышаныслы һәм яуаплы водитель, ти.
Ҡатыны Рәйсә Рәйес ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ лицейында математика уҡытыусыһы булып эшләй. Улар улдары Таһирға лайыҡлы белем биргән. Әлеге ваҡытта ул Өфө ҡалаһында заводта инженер булып эшләй.
Ял көндәрендә буш ваҡытын Рәшит Тәлғәт улы тәбиғәттә уҙғарырға һәм балыҡҡа йөрөргә ярата.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова