Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
16 Октябрь 2022, 09:00

Юлсылар тигән маҡтаулы исемдәре бар

Октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был – трасса, урам юлдарының торошон, хәүефһеҙлеген тәьмин иткән кешеләрҙең байрамы.

Юлсылар тигән маҡтаулы исемдәре бар
Юлсылар тигән маҡтаулы исемдәре бар

Мәсетле районы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәтләндергән юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 350 км тәшкил итә, шул иҫәптән 215,1 км төбәк һәм муниципаль-ара тәғәйенләнештә.
Юл эштәрен башҡарыу өсөн хужалыҡта 32 берәмек техника иҫәпләнә. Ойошма биләмәһендә асфальт-бетон ҡатнашмалар етештереү буйынса үҙенең асфальт-бетон заводы эшләй, унда дүрт маркалы асфальт сығарыла.
Быйыл юл эшселәре көсө менән Кропачево – Мәсәғүт – Әчит (оҙонлоғо 1,5 км), Оло Ыҡтамаҡ һәм Яңы Мөслим (оҙонлоғо 1450 метр), Оло Ыҡтамаҡ – Ҡорғат (750 метр) юлдарының бер өлөшөнә асфальт түшәлде. Эштәрҙең икенсе этабы 2023 йылға планлаштырылған. Оло Ыҡтамаҡ һәм Яңы Мөслим ауылдары араһындағы юл участкаһында 550 метр, Оло Ыҡтамаҡ һәм Ҡорғат ауылдары араһындағы юл участкаһында 1750 метр ара ремонтланасаҡ.
Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ – Кесе Ыҡтамаҡ (1,5 км), Әләгәҙ – Борғатья (600 метр), Әләгәҙ – Оло Ҡыҙылбай (300 метр), Түбәнге Бобин (500 метр) автомобиль юлдары участкаларында асфальттың туҙған өҫкө ҡатламын йүнәтеү буйынса эштәр башҡарылған.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһына һәм Ҡотош ауылындағы Ләмәҙтамаҡ мәктәбенә юлдарҙы ремонтлаған, тиҙҙән Оло Аҡа мәктәбе эргәһендә эшләй башлаясаҡтар.
Кешеләр – тармаҡтың иң ҡиммәтле ресурсы. Бер-береңә ярҙамлашҡанда, хөрмәт күрһәткәндә, һәр төрлө эште башҡарып сығырға мөмкин. Дөйөм эштең һөҙөмтәһе команданың ни тиклем көслө һәм профессиональ булыуынан тора.
Бөгөн “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалының Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы коллективында Азамат Тайыпов етәкселегендә 52 кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла – үҙ эше оҫталары. Араларында яратҡан предприятиеһына күп йылдар ғүмерен биргән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр бар: лаборант Шатморат Хәкимов (7 йыл), водитель Илдар Мөхәмәтов (8 йыл), электромонтер Ришат Әхмәтйәнов (9 йыл), мастер Денис Патлусов (9 йыл), үҙбушатҡыс автомобиль водителе Виктор Корзников (10 йыл), асфальт-бетон ҡойоусы Максим Панов (11 йыл), автогрейдер машинисы Әлфир Бәҙғетдинов (11 йыл), производство-техник бүлек инженеры Нәзир Дилмөхәмәтов (13 йыл), тейәгес машинисы Фәнис
Ғарифуллин (14 йыл), автомобиль водителе Ильяс Исламов (17 йыл), юл мастеры Ринат Ғилметдинов (19 йыл), автомобиль водителе Рауил Мөбәрәкшин (21 йыл), автобус водителе Харис Ғилметдинов (22 йыл), диспетчер Марат Фазлыев (25 йыл). Улар араһында күп тапҡыр район һәм республика кимәлендә Рәхмәт хаттары һәм грамоталарға лайыҡ булғандар ҙа бар. Барыһы ла йәштәргә баһалап бөткөһөҙ тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлаша, ауыр, әммә кешеләргә кәрәкле юл эшсеһе һөнәренә тоғролоҡ өлгөһө күрһәтә.
Әлбиттә, эште башҡарыу финанслау мәсьәләһенә ҡайтып ҡала. Ҙур технологиялар заманы булыуға ҡарамаҫтан, ҡырсынташ юлдары әле лә бар, улар ҙа ҙур иғтибар талап итә. Юлсылар ҡышҡа тиклемге осорҙа уларҙы тәртипкә килтерергә ниәтләй.
Һүрәттә: Ләмәҙтамаҡ мәктәбе янында юлды төҙөкләндереүҙе тамамлаған юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре (һулдан уңға): Фәнис Ғарифуллин, Ринат Ғилметдинов, Анатолий Кощеев, Олег Булатов, Ринат Рамазанов.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова