Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
18 Сентябрь 2022, 09:00

Урмансы һөнәре – нәҫелдән

Урман – ул Ер байлығы. Ошо тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу һәм арттырыу өсөн урманды дөрөҫ тәрбиәләү мөһим. Урманды һаҡлау – еңел булмаған хеҙмәт. 1940 йылда ойошторолған был эш менән Мәсетле участка урман хужалығы шөғөлләнә. Йыл һайын сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә был өлкә белгестәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Урмансы һөнәре – нәҫелдән
Урмансы һөнәре – нәҫелдән

Мәсетле районы урман хужалығында йәш белгес Илнур Хорамшин етәкселегендә ете кешенән торған коллектив эшләй.
Урман белгесе Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт иҡтисад-юридик техникумына уҡырға инә. Артабан армияға алына, унда ике йыл дауамында Һарытау өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә һәм артиллерияла хеҙмәт итә. Хеҙмәт ваҡыты тамамланғас, Өфөлә йәшәргә ҡала. Тыуған ауылына ул атаһына яңы йорт төҙөргә ярҙам итеү өсөн ҡайта һәм ошонда йәшәргә ҡала.
Илнур Ғәбделнур улы урмансылыҡ тармағында 2011 йылдан эшләй. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2018 йылда Мәсетле урман хужалығында дауам итә. Тәүҙә – мастер вазифаһында, бер йылдан иһә Мәсетле районы участкаһы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Бөгөн ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетының урман эше факультетында белем ала.
– Был һөнәрҙе мин осраҡлы ғына һайламаным, сөнки атайым Ғәбделнур Ғәбделхай улы күп йылдар урман хужалығында ағас киҫеүсе булып эшләне, – ти ул. – Бәләкәй сағымда, йыш ҡына урманға алып йөрөй, ағастарҙы һаҡлау ни тиклем мөһим икәнлеге хаҡында һөйләй торғайны, бәләкәйҙән тәбиғәт байлығы хаҡында ҡайғыртырға өйрәтте. Урмансының эше күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалдырмай. Урман ялҡауҙарҙы яратмай, шуға ла мин һәр ваҡыт үҙ эшемдә. Яҙын беҙ яңы үҫентеләр ултыртабыҙ. Уларҙың тамыр йәйеп киткәнме-юҡмы икәнлеген тикшерәбеҙ. Көҙ миҙгеле үҙ мәшәҡәттәрен алып килә. Ошо осорҙа район территорияһына ҡараған урмандарҙа ағастар торошон контролдә тотабыҙ, яҙ ултыртҡан, тамыр ебәрә алмаған үҫентеләрҙе яңы ағастар менән алмаштырабыҙ.
Шулай уҡ урман хужалығының Мәсетле участкаһында халыҡты ағас-таҡта менән тәьмин итеүсе таҫма пилорама ла бар. Әммә бөтә был төрлө пландағы эштәр икенсе сиратта тора. Урмансыларҙың төп бурысы – урманды һаҡлау.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге барышында Илнур Хорамшин үҙен яуаплы, башҡарыусан һәм аҡыллы хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Коллегалары, ауылдаштары араһында ҙур ихтирам ҡаҙанған.
Ул яҡшы ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Наталья Владимировна менән ике бала тәрбиәләй. Өлкән улы Данил алтынсы класта уҡый. Бәләкәйе Ильяға өс йәш.
Илнур Ғәбделнур улы балаларында атаһы кеүек тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй. Тыуған яғының матурлығын күрһәтер өсөн улдарын урманға үҙе менән алырға тырыша.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова